+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Апрель 2018, 11:28

Йондоҙ булып балҡырҙар

Яңы Яуыш мәктәбенең “Ынйылар” балалар фольклор коллективы “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсында III дәрәжә Дипломға лайыҡ булды. Коллективта кемдәр, тиһегеҙме? Бына улар: Линар Һөйәрғолов, Камалия Хәйбуллина, Вадим Решетников, Динар Низаметдинов (2-се класс уҡыусылары), 4-сенән Ғәбдрәшитова Әминә, Низаметдинова Гөлфизә, Дәүләтбаев Самат, Шәмсетдинова Нурсилә, 5-сенән Айгүзәл Һөйәрғолова, 6-сынан Ләйсән Маликова, Айһылыу Ғәбдрәшитова һәм 8-се класс уҡыусыһы Гөлүзә Дәүләтова.

Был конкурс 2007 йылдан Башҡортостандың Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолоп, Әлшәй районының үҙәге Раевка ҡасабаһында ун беренсе тапҡыр уҙғарылды. Конкурстың талаптары һис еңелдән түгел: темаға ярашлы ғилми-тикшеренеү эше алып барырға, уны сәхнәләштерергә, уйнаған “артистар” шул осорға, хәл-ваҡиғаға яраҡлаштырылған тормош-көнкүреш кейемдәрендә булырға, ниндәй булһа ла милли музыка ҡоралында уйнарға тейеш. Тағы ла коллективтағы 12 баланың береһе лидер- ойоштороусы булырға, өс минут эсендә залдағы бөтә балаларҙы нимәгәлер өйрәтергә бурыслы. Мәғариф министрлығы тарафынан төрлө яҡлап аныҡ уйланылған, киләсәккә милли зыялыларыбыҙҙы тәрбиәләрлек ынйылай аҫыл күренеш ул был сара. Уҡыусылар үткәнебеҙҙе, шәхестәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнә, өйрәнеп кенә ҡалмай, хәтерҙәрендә ҡалдыра, халыҡ алдында сығыш яһап,башҡаларға күрһәтә, өйрәтә.

Мәктәптең “Ынйылар” балалар фольклор коллективы был рухлы конкурста бишенсе мәртәбә ҡатнашты. Йыл һайын коллектив сос-тавы үҙгәреп тора, төрлө йылдарҙа номинация еңеүселәре булған, дипломант, лауреат исемдәре яулаған уҡыусыларыбыҙ әлеге мәлдә лицей-гимназия, колледж, юғары уҡыу йорттарында белем ала, әрме сафтарында хеҙмәт итә, барыһы ла әүҙем, сәләмәт тормош алып бара. “Ынйылар” коллективында шөғөлләнеүҙең, “Башҡортостан ынйылары”, “Урал батыр” кеүек бәйгеләрҙә ҡатнашыуҙың тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ шул.

Коллективтың быйылғы сығышы ауылдашыбыҙ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры Сәлишев Линир Ибраһим улының яҡты иҫтәлегенә бағышланды. Балалар данлы агрономдың тормош юлын, шәжәрәһен,технологияһын өйрәнде, тамырҙарының Айтуған ауылынан булыуын асыҡланы, ер белгесе булып китеүендә әсәһе Миңзифа Сәләхетдин ҡыҙының өлөшө ҙур булыуына төшөндөләр. Линир Ибраһим улының тупраҡты минималь, йәғни өҫтән генә эшкәртеп, иген культураларынан ғына түгел, кукуруз, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыштан (орлоғо) мул уңыш алыуын Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә, хатта сит илдәрҙә лә яҡшы беләләр, тигән һығымта яһанылар. Уҡыусыларҙың тикшеренеү эше иң-иңе тип баһаланды һәм “Иң яҡшы тикшеренеү эше” номинацияһында еңеү яуланы. Бәләкәй Линир образын бик оҫта итеп башҡарыусы Динар Низаметдинов Мәғариф министрлығының “Сәхнә өмөтө” Дипломына лайыҡ булды. Ябай ғына ауыл малайынан илгә билдәле агроном үҫеп сыҡҡан кеүек, Динарҙың да киләсәктә билдәле артист булып китеүе бик тә ихтимал. Миңзифа Сәләхетдин ҡыҙы образын үҙенсәлекле итеп уйнаған Гөлүзә Дәүләтованың дикцияһының асыҡ, интонацияһының эмоциональ, һәр әйткән һүҙенең ышандырырлыҡ булыуы иғтибарҙы йәлеп итте, шунлыҡтан “Туған телдең матур яңғырашы” һәм үҙен иң оҫта ойоштороусы итеп тә күрһәтеп - “Ойоштороусы-лидер”, бер юлы ике номинацияла еңеү яуланы, Дипломдар һәм бүләктәргә лайыҡ булды. Ә балаларҙы бәйгегә әҙерләүсе коллектив етәкселәре Ғәлина Тәзкирә Нәҙир ҡыҙы һәм Ишморат Фәйзулла улы Маликовтар Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Сократтың: “Һәр балала ҡояш бар, тик уға балҡырға ғына ирек бирегеҙ!” – тигән һүҙҙәренең дөрөҫлөгөнә көндән-көн нығыраҡ ышанам. Беҙҙеке кеүек аҙ комплектлы мәктәп уҡыусыларының район, зональ этаптарҙы лайыҡлы үтеп, финалистар дәрәжәһендә республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған меңәр бала тәрбиәләнгән гимназия, лицей, урта мәктәп уҡыусылары менән тиң булып, уңышлы сығыш яһауҙары ошо хаҡта һөйләп тора.

“Ынйылар” байрамдан арғымаҡҡа атланғандай күтәренке рух, бай тәьҫораттар алып ҡайттылар. Кескәй йондоҙсоҡтар киләсәктә йондоҙ булып балҡыһын
Читайте нас: