-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Апрель 2018, 11:14

Барығыҙ ҙа өмәгә!

Яҙ ҡояшлы көндәре менән ҡыуандыра. Тәбиғәт яйлап йоҡоһонан уяна һәм күҙгә ҡар аҫтынан сыҡҡан йәмһеҙ “күренештәр” сағыла башлай. Тиҙ арала сүп-сарҙан таҙарыныу өсөн традицион төҙөкләндереү өмәләре ойошторола башлай.

Ауылдар территорияларын йыйыштырыу айлығы сиктәрендә өмәләр 7 апрелдән 12 майға тиклем барасаҡ.

Йома, 13 апрелдә, райондың байтаҡ ойошмалары һәм учреждениелары, ыңғай һауа торошонан файҙаланып, территорияларын, ихаталарын, мемориаль урындарҙы тәртипкә һалыу буйынса өмәгә сыҡты.

Был аҙнала Фёдоровка 2-се мәктәбе уҡыусылары, район ветеринария станцияһы, 92-се янғын часы хеҙмәткәрҙәре өмәгә төшкә тиклем үк сыҡты. Шулай уҡ “Партнер” ҡулланыусылар кооперативы һәм халыҡты социаль яҡлау бүлексәһе лә территоряларын сүптән таҙартты.

Госстрах, нотариаль контора, ШЭ Морозов, “Водоканал” хеҙмәткәрҙәре лә ауыл хужалығы идаралығы алдындағы участканы таҙартты.

Район мәҙәниәт йорто алдында хеҙмәткәрҙәр ҡар таратты. Район үҙәк китапханаһы вәкилдәре директорҙары етәкселегендә геройҙар аллеяһын һәм уның эргәһен тәртипкә килтерҙе.

“Ихлас”, “Фламинго” магазиндары һатыусылары ла өмәгә сыҡты, сүп-сарҙы йыйып, һепереп ҡуйҙы. Коммуниститк урамындағы сауҙа нөктәләре алдында йыйыштырыусы булманы, сүп-сар, буш ҡағыҙ тартмалар, пластик шешәләр аунап ята. Урамдың ике яғында йәшәүселәрҙең дә сыҡҡаны күренмәне.

Элекке Универмаг бинаһының төньяҡ яғында әле булһа ҡыш. Ҡуртымға алыусылар ҙа, магазин хужалары ла өмәлә күренмәне.

Шулай уҡ мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә үҙ территорияларын таҙартты. Сүп тултырған тоҡтарҙы улар урамда ҡалдырҙы, коммуналь хеҙмәт машинаһы сығарырға тейеш буласаҡ, тип аңлаттылар беҙгә.

Шәмбе “Нурлы” сауҙа үҙәге хеҙмәткәрҙәре магазин алдындағы биләмәлә эшләне. Уларҙан күреп, башҡа ерҙәрҙә лә өмәләр ойошторолор, тигән ышаныста ҡалабыҙ.


Гәрәй ХӘЛИТОВ.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: