+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Май 2018, 11:50

Тәртип талап итәһегеҙ икән, үҙегеҙ үрнәк булығыҙ

Уҙған ял көндәре бөтә халыҡты участкаларына сығарҙы, буғай. Беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән баҡсала эшләнек. Яҡшы һауа торошо баҡсала, ихатала һәм йорт алды территорияларында тәртип булдырыуға булышлыҡ итте.

Йә бер яҡтан, йә икенсе яҡтан төтөн күтәрелә- кемдер шәшлек ҡыҙҙыра, кемдер үлән, сүп-сар яндыра. Ҡоро үләнде компост өйөмөнә һалып, бер нисә йылдан бынамын тигән ашлама алырға була, шулай иткәндә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре лә боҙолмай. Шулай уҡ экология ҡануниәтен боҙмайынса сүп-сар йыйырға мөмкин дә, кәрәк тә- тоҡтарға тултырырға һәм сүплеккә илтергә. Шунан да ябайыраҡ нимә юҡ бит! Әммә, шулай булмай ни. Ҡайһы бер аңһыҙ, белдекһеҙ граждандар бер кем дә күрмәгән ергә, мәҫәлән, йылғаға сүп-сар ырғытырға күнеккән, йәнәһе, ағып китер әле.

Балыҡлы йылғаһы ысын сүплеккә әйләнгән инде. Йәйен унан малдар һыу эсә (һыйыр һөтөнә ниндәй йоғонто яһай икән ул), өлкәндәр ҙә, балалар ҙа һыу инә (медиктарҙан һорағыҙ, күпме кешенең аяғындағы йәрәхәттәрҙе теккән улар), балыҡсылар балыҡ тота (бындағы бысраҡ һыуҙағы балыҡты нисек ашамаҡ кәрәк) һәм ҡаҙ-өйрәктәр үҫә (итен тикшереүселәр бармы икән?).

Бынан да әшәкерәк нимә ҡылып була һуң? Был ялда ла өлкән йәштәге ир ейәнсәре менән йылғаға төҙөлөш сүп-сарын ырғытып китте, балаға ниндәй өлгө күрһәтә ул, уйланымы икән. Был минең асыуымды ҡабартты. Тауыш сығарҙым, нисек булһа ла, сүп-сарын йыйҙырҙым. Машинаһы булғас, сүплеккә барыуы ла бер ни түгел бит. Бер-ике сәғәттән ошо урындан аҫтараҡ Киров тыҡрығы халҡы сүп ырғыта башланы. Улар минең тауышымды ишетмәне, барып фотоға төшөрөп килдем.

Эйе, миңә ҡаршы сығыусылар ҙа булыр- элек майҙа сүп-сарҙы сығарыу эшен ауыл советы ойоштора торғайны, быйыл гәзиттә сүп-сар сығарылмаясаҡ, “Жилсервис” йәмғиәтенә мөрәжәғәт итегеҙ, тигән иғлан булды. Бөтә кешенең дә транспорты ла, коммуналь хеҙмәттең эше өсөн түләргә аҡсаһы ла юҡ. Был хәлдә халыҡ нишләргә тейеш? Күп сәбәп табырға була, һөйләргә барыһы ла оҫта.

Һәр кемдә лә оят булырға тейеш! Өмә ойошторорға, бер нисә кеше берләшеп, машина өсөн түләп була- шулай арзан килеп сыға. Күрше менән килешеп, бергә сығарырға мөмкин. Ниһайәт, ауыл биләмәһе һәм район депутаттарын иҫкә алырға мөмкин. Ниңә был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам итмәйҙәр? Бергәләшеп талап итергә кәрәк, ә социаль селтәрҙәргә яҙмаҫҡа, чиновниктарҙың күбеһе унда инеп тә сыҡмай. Шулай итмәһәк, йәрәхәттән башыбыҙ сыҡмаясаҡ, теләһә нидәй һөт эсеп, һаҫыҡ балыҡ ашап йәшәйәсәкбеҙ.

Светлана ЗАЙЦЕВА.

Автор фотоһы.


Өҫтәмә. Йылғаға яҡын участканан ике тоҡ сүп йыйҙым. Сүплеккә илтәсәкбеҙ. Тағы күпме йыяһы бар икән?
Читайте нас: