Миңлебәҙәр Ғабдулхаҡ ҡыҙы Ырымбур өлкәһе Төньяҡ районы Савруш ауылында яҡты донъяға килгән. Һуғышҡа тиклем атаһы бригадир, колхоз рәйесе булған, ә әсәһе төрлө эштә эшләгән. Һуғыштың тәүге айҙарында атаһы фронтҡа киткән. 13 йәшлек Бәҙәрҙе хат ташыусы итеп ҡуйғандар. Был эште ул намыҫлы башҡарған һәм колхоз етәкселеге уның тырышлығын күреп, ғаиләләренә һыйыр биргән (һуғыш ваҡытында ла властар халыҡҡа ярҙам итеү юлдарын тапҡан).
1943 йылда әсәһе ҡаты ауырып, вафат булған. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, Бәҙәрҙә уҡыу теләге һүнмәгән. Биш синыф тамамлаған ул. Балалар өлкәндәр менән бер рәттән эшләгән. Ҡыҙ механизаторҙар курсын тамамлаған, әммә белгеслеге буйынса эшләргә тура килмәгән- ике йылға Ырымбур кирбес заводына ебәргәндәр, шунан- Ҡаҙахстандың Ҡараганда ҡалаһына күмер шахтаһында өс йыл эшләгән. Шунда ҡыҙ яҙмышын- Дәүләтбирҙин Фахразый Саҙритдин улын осратҡан.
1954 йылда өлкән ҡыҙҙары Мәҙинә донъяға килгән, бер йылдан иренең тыуған яғы Бала Сытырманға әйләнеп ҡайтҡандар. Ике йыл иренең әсәһе менән йәшәгәндәр. Шунан колхоз уларға аттар һарыйының ҡарауыл йортон ваҡытлыса йәшәргә биреп торған. Йылдар үткәс кенә уларҙың үҙ йорттарын төҙөү мөмкинлеге барлыҡҡа килгән.
Тормош дауам итә, балалары ишәйә. Миңлебәҙәргә балаларын да, һуғыштан ҡаты яраланып ҡайтҡан ирен дә тәрбиәләргә, совхоз эшенә лә өлгөрөргә тура килә. Ире ҡулынан килгәнсә хужалыҡта ла, балалар тәрбиәләшеүҙә лә ярҙам итергә тырыша, совхозда көтөүсе лә була, төрлө эштә лә эшләй. Ҡатын үҙе ҡошсолоҡ фермаһында, һөтсөлөк фермаһында ҡаҙанлыҡта, быҙау ҡараусы, тырыш һауынсы ла була. 1978 йылда Күмертауҙа һауынсылар араһындағы зональ конкурста беренсе урын алып, миҙалға лайыҡ була. Пенсияға сыҡҡас та, алты йыл тирәһе һауынсы булып эшләүен дауам итә. Ҡайҙа ғына эшләләмәһен, ул тырыш, намыҫлы, башҡаларға өлгө булып тора. Хеҙмәттәге уңыштары өсөн миҙалдар, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Миңлебәҙәр Ғабдулхаҡ ҡыҙы менән Фахразый Саҙритдин улы 52 йыл бәхетле, татыу, бер-береһенә тоғро булып ғүмер кисерәләр. Өс ҡыҙ, дүрт ул тәрбиәләп үҫтерәләр, уҡытып, томош юлына баҫтыралар. Миңлебәҙәр Ғабдулхаҡ ҡыҙы 34 бүлә- бүләсәһенә яратҡан өләсәй булды. Ул: “Минән дә бай кеше юҡ. Ейән-ейәнсәрҙәреңдең күп булыуы – бишләтә бәхет. Сөнки балалар- бәхет...”,- тиергә ярата ине.
... Ваҡыт- аяуһыҙ, һуғыш йылдары шаһиттары йылдан- йыл кәмей. Әммә уларҙың фиҙаҡәр хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары изгелекле быуындарҙың күңелендә мәңге һаҡланасаҡ. Мәҡәлә геройының яҙмышына ла һынауҙар күп төшкән, уларҙы ҡатын батырҙарса, намыҫлы үткән. “Ошо көнгәсә ул мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫраны, йәй көнө картуф, йәшелсә үҫтерҙе, уларҙы тәрбиәләне, сүп-сарҙан таҙартты. Үҙ ғүмерендә кешегә инәлеп йәшәмәне, үҙе эшләп, үҙе табып йәшәне, һуңғы көнгә тиклем ҡыҙҙар кеүек йүгереп, донъя көттө”,- тип ғорурланып һөйләй ауылда йәшәгән ҡыҙы Мәрйәм әсәһе хаҡында. Һуңғы йылдарында ул кинйә улы Радик менән татыу ғүмер итте, көс-хәле лә яҡшы ғына ине. Әммә көтөлмәгән ауырыу балаларының күңеленә яра һалып, уны яҡындары араһынан тартып алды. Мәрхүмәнең ауыр тупрағы еңел булһын.
Фиҙаҡәр хеҙмәте, тырышлығы менән Еңеүҙе яҡынайтҡан кешеләрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ.