-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Май 2018, 13:15

Эшмәкәрлекте әүҙемләштерергә

Бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау буйынса эш көнүҙәк һәм әҙәм теленән төшмәй торған мәсьәлә булып тора. Ул һөҙөмтәле булһын өсөн ошо эшмәкәрлеккә ҡағылышлы бөтә тармаҡтар араһында ла хеҙмәттәшлек һәм конструктив әңгәмә булырға тейеш. Фёдоровка 1-се мәктәбендә ойошторолған түңәрәк өҫтәлдең темаһы шундай булды.

Сараға был йүнәлештә эшләүсе ойошмалар, учреждениелар, ведомстволар вәкилдәре саҡырылды. Шулай уҡ район мәктәптәре уҡытыусылары булды.

Нимә эшләргә ярай, нимә ярамай, үҙҙәренең хоҡуҡтары һәм бурыстары тураһында бишенсе синыф уҡыусылары шиғри рәүештә бәйән итте. Тәрбиә биреү буйынса директор урынбаҫары Г.В. Палаева бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау йәһәтенән ҡуйылған мәсьәләләр тураһында һөйләне. Презентация йыйылыусыларға ишеткәндәрен үҙләштерергә ярҙам итте.

Артабан һүҙ түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларға бирелде. Район хакимиәте ҡарамағындағы бәлиғ булмағандар эштәре комиссияһы секретары Г. Үтәғолова комиссияларҙың эшендә ентекле туҡталды, мәктәптәрҙә профилактик эштәрҙе әүҙемләштерергә тәҡдим итте.

Опека һәм попечителлек органы эше менән баш белгес О. Савельева таныштырҙы. Белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙың мәктәпкә йөрөүен етди контролләү, уҡыусыларҙың тәртибе ғаиләләге мөнәсәбәттәргә бәйле булыуына иғтибар бирергә кәрәклеген билдәләне.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Фёдоровка районындағы бүлеге вәкиле Д. Ҡолошев үткәрелгән профилактик сараларҙан миҫалдар, уларҙың ведомствоһында иҫәптә торған ата-әсәләр һәм балалар статистикаһын килтерҙе.

Үҫмерҙәрҙең ваҡытлыса эшкә урынлашыуы хаҡында О. Синева һөйләне. “Айырым категория” иҫәбендәге уҡыусылар ваҡытлыса эшкә урынлашыуҙа өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә”,- тип билдәләне ул.

Фёдоровка үҙәк район дауаханаһы педиатры Е. Палаеваның сығышы медицина учреждениеһы үҫмерҙәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау линияһы буйынса үткәргән сараларға һәм ярҙам сараларына бағышланды. “Ғаилә” үҙәге күрһәткән хеҙмәттәр, эш йүнәлештәре хаҡында учреждение психологы О. Базаева хәбәр итте.

Балалар-үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсиялары станцияһы директоры Е. Дунина имен булмаған, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙәге балаларҙың төрлө походтарға, экскурсияларға, өҫтәмә белем алыуға йәлеп ителеүен билдәләне.

-Райондың дөйөм белем биреү учреждениеларында белем алыусы уҡыусылар араһында күҙәтеүһеҙлекте һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау буйынса Советтың эшмәкәрлеген яҡшыртырға, социаль- хәүефле хәлдәге ғаиләләрҙә йәшәүсе уҡыусылар менән әүҙемерәк эшләргә кәрәк, -тип билдәләне мәғариф бүлеге методисы З. Әбдрәшитова.

Йыйылыусылар бер фекергә килде- бындай сараларҙы үткәреү мотлаҡ. Күпселек мәктәптәрҙә был йүнәлештәге эште яҡшыртырға кәрәк. Педагогтар бәлиғ булмаған балалар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау буйынса артабанғы эшмәкәрлек өсөн күп файҙалы нимә белде.

Лилиә ХӘМИҘУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: