+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Май 2018, 11:21

Хәтер сәхифәләре буйлап

Минән музей нимә ул тип һораһалар, үткәндәр менән осрашыу урыны, тиер инем. Унда ҙур тарихи, мәҙәни ҡиммәткә эйә булған, элеккенән ҡалған әйберҙәр һаҡлана. Музейға барғанда ниндәйҙер ғәҙәти булмаған, үҙенсәлекле хәтер сығанаҡтары менән осрашасағыңды күҙ алдына килтерәһең. Кузьминовка мәктәбе музейына барғанда ла шундай хис-тойғолар кисерҙем.

Экскурсияны алып барыусы музей етәксеһе, уҡытыусы Хәмиҙә Мәсәғүтова менән мәктәп ишеге алдында осраштыҡ. Тарих ҡәҙерләп һаҡланған бинаға үттек. Хәмиҙә Мәжит ҡыҙы үҙенең эшен нисек ойоштороуы хаҡында бәйән итте. Уҡыусылар, педагогтар һәм ауыл халҡы йыйған ҡыҙыҡлы экспонаттарҙы күрһәтте. Уларҙың барыһы ла оҫта итеп, композицияларға айырылып, үҙ урынына ҡуйылған.

Белеүебеҙсә, мәктәп Чернобыль АЭС-ғы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан генерал-полковник, Рәсәйҙең атҡаҙанған осоусыһы, Советтар Союзы Геройы Н. Т. Антошкин исемен йөрөтә, шуға ла экспозицияның күпселек өлөшө уға бағышланған. Кәштәләрҙе күп төрлө бүләктәр, кубоктар, грамоталар һәм китаптар биҙәй.

Хәҙерге йәштәрҙе тәрбиәләүҙә көнүҙәк проблемаларҙың береһе – илһөйәрлек тәрбиәләү. Мәктәп музейы экспонаттары ауыл халҡының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хәрби батырлыҡтары хаҡында һөйләй. Быяла аҫтына ҡуйылған документтар, фотолар, һалдат әйберҙәре, каскалар, бүләктәр һ.б. ҡәҙерләп һаҡлана.

Мордва халҡының көнкүреше, мәктәп тарихы, уны тамамлаусылар һәм уҡытыусылар хаҡында бай материал тупланған. Ауыл тарихы тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белеп була.

Кузьминовка тыуған яҡты өйрәнеү мәктәбе музейы һигеҙ йыл элек асылған. Ошо ваҡыт эсендә ҙур күләмле тарихи ҡиммәтлектәр йыйылған. Бөгөн уҡыусылар тикшеренеү эштәрендә, төрлө федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. Музейҙың коллекцияһы яңы экспонаттар менән байытылып тора. Мәктәп йәшәй, үҫә, ышаныслы итеп киләсәккә, иртәгәһе көнгә атлай. Уның музейында ҡәҙерләп һаҡланған һәм һәр уҡыусы, уҡытыусы, ауыл кешеһе байлығы, ғорурлығы булған сағыу үткәне бар.

Музейҙан сыҡҡанда был урын - кешелек хәтеренең ысын китабы, тигән фекергә киләһең.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман ПОДПОРИН
Читайте нас: