+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Май 2018, 11:27

Сәсеүҙе тиҙ арала тамамларға ниәтләйҙәр

“Искра” йәмғиәтендә яҙғы культураларҙы 4229 гектарға сәсеү планлаштырылған. Бөгөнгә был майҙандың яртыһынан күбеһенә сәселгән. Көнөнә сәсеү звеноһы 300-350-әр гектарға сәсә.

Искралар яҡшы һауа торошонан файҙаланып, арпа һәм һоло сәскән дә инде. Әле бойҙай, көнбағыш һәм бер йыллыҡ үләндәр сәсеү менән мәшғүлдәр. Беҙ Алаштан ауылынан алыҫ булмаған баҫыуҙарҙың береһендә булдыҡ. Николай Анчин менән Василий Сергеев “Омичка” сәскесле ХТЗ тракторҙарында һоло менән кәрешкә ҡатнашмаһын сәсә ине. Техник тәнәфескә туҡтағас, яҙғы культураларҙы ике сменала сәсеүҙәрен белдек. Игенде- өс, көнбағышты биш агрегат сәсә. Тупраҡты катуклауға ике берәмек техника йәлеп ителгән.

Николай сәсеүҙә бер нисә көн инде эшләй, ә Василий сәсеү алды культивацияһы менән мәшғүл булған, тракторын баҫыуға тәүге көн сығарған. Механизаторҙар эшкә көйләнгән. Техника яҡшы эшләй, ваҡ-төйәк ватылыуҙарҙы баҫыуҙа уҡ йүнәлтәләр. Хеҙмәтләндереү звеноһы орлоҡ һәм яғыулыҡ менән ваҡытында тәьмин итә, ашнаҡсылар ҡайнар, тәмле аш ашата. Яҡшы һауа шарттарында искралар сәсеү кампанияһын тиҙ арала тамамларға ниәтләй.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман Подпорин фотоһы.
Читайте нас: