Фрунзеләрҙә сәсеү кампанияһы аҙағына яҡынлаша. Иң тәүҙә улар һоло, арпа, борсаҡ, нут борсағы һәм кәрешкә сәсте. Бойҙай сәсеп бөтәһеләре ҡалған. Фотохәбәрсе менән көнбағыш баҫыуында булдыҡ. Тракторҙарҙың эшләүе алыҫтан уҡ күренде. Баҫыуға яҡынлашҡас, механизаторҙарҙан әҙерәк туҡтап, эш барышы тураһында һөйләүҙәрен һораныҡ.
Хәмзә Кантимиров, Хөсәйен Сабитов менән Алексей Иванов техник культуралар сәсеүҙең бөтә нескәлектәрен белә, сөнки улар был яуаплы эште байтаҡ йылдар алып бара. Хәмзә Ғәббәс улы менән Хөсәйен Хәйертдин улы хужалыҡта ҡырҡ йыл инде эшләй, икеһе лә хаҡлы ялға йыйына. Алексей Константинович тракторҙа 12 йыл эшләй. “Тимер ат”тарын баҫыуға сығарыуға үҙҙәре әҙерләйҙәр. Яҡшы әҙерләүҙәре арҡаһында был звеноның техникаһы бер ҙә ватылмай тиерлек.
-Быйыл сәсеүгә һуңлап төштөк, әммә барыһына ла өлгөрөп барабыҙ.- Бөгөн көнбағышты сәсеп бөтөргә һәм кукурузға тотонорға ниәтләйбеҙ, унда инде рәт-ара эшкәртеү мәленә лә күп ҡалмай. Быйыл ҡыш ҡар әҙ булды, ер ҡоро, сәсеү тамамланғас, ямғыр яуһа, яҡшы булыр ине,-тигән теләк белдерҙе улар.