Һауым тулы көскә бара ине. Ферма мөдире И. Г. Никифоров та, хужалыҡтың ветеринария хеҙмәткәрҙәре лә, көтөүселәр ҙә бында.
-Йәйге көтөүлеккә 13 майҙа күстек. Бында 137 баш мал көтәбеҙ. Шуларҙың 12-һе әле быҙауламаған. Машина менән һауыу операторҙары Манзурова Татьяна һәм Никифорова Лариса һәр береһе 60-тан ашыу һыйыр һауа. Тырыш эшселәр, улар тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтеп була. Ҡайһы саҡта алмаш һауынсыларһыҙ ҙа эшләйҙәр, бер ҡасан да зарланмайҙар. Афарин, ҡыҙҙар! – тип һөйләне һауынсылар тураһында Иван Георгиевич.
Лариса Сергеевна Никифорова һауынсы булып 23 йыл эшләй (19 йәшенән). Татьяна Георгиевна Манзурова шулай уҡ 25 йылдан ашыу ошо фермала хеҙмәт ҡуя. Икеһенең дә урта һөнәри белеме бар: береһе - ашнаҡсы-кондитер, икенсеһе - тегеүсе-бәйләүсе. Һөнәрҙәре буйынса эшләргә тура килмәгән. Тик улар һауынсы булыуҙарына, тормоштарына һәм ауырлыҡтарға бер ҙә зарланмай. “Күнеккәнбеҙ, эшләү оҡшай”, - тиҙәр.
-Тәүлегенә һәр беребеҙ 400-450 литр һөт һауып ала. Ҡайһы саҡта арыйбыҙ. Алмаштырыусыларыбыҙ юҡ. Ауылда эшһеҙҙәр күп булһа ла, йәштәр фермала эшләргә теләмәй, - ти Весёловка фермаһының аралашыусан һауынсылары.
Әңгәмәнән һуң, күтәренке кәйеф менән ауыр, әммә ғәҙәти эштәрен дауам иттеләр. Уларға ҡарап, арығандар йәки башҡарған эштәре ауыр тип тә әйтеп булмай. Ысынлап та, Лариса Никифорова менән Татьяна Манзурова кеүек теләк һәм һөйөү менән башҡарһаң, теләһә ниндәй эш тә еңел бирелә.