+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Июнь 2018, 11:29

Ирекле янғын һүндереүселәр һәр ваҡыт уяу

Традиция буйынса май аҙағында Һабантуй тауында махсус әҙерләнгән урында районыбыҙҙың ирекле янғын һүндереү командалары һәм ауыл биләмәләре командалары араһында янғын һүндереү буйынса ярыштар үтә. Йыл һайын үткәрелгән был сара янғын ваҡытында һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эш итеүгә әҙерлекте тикшереүҙең яҡшы сараһы булып тора.

Быйыл майҙанда һигеҙ ирекле янғын һүндереү командаһы һәм алты дружина йыйылды. Бөтәһен дә район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.И. Нурлығаянов сәләмләне. Ул ирекле янғын һүндереүселәрҙең янғындарҙы һүндергәндә һәм авария-ҡотҡарыу эштәрен башҡарғанда кәрәкле әхлаҡи-психологик, физик сифаттарын үҫтереүгә һәм замансалаштырыуға йүнәлтелгән был сараның мөһимлеген билдәләне. Фёдоровка ауылының 92-се Янғын часы начальнигы С.С. Насиров конкурстың шарттары менән таныштырҙы, ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

Былтыр еңеү яулаған Динес ауыл советының ирекле янғын һүндереү командаһы байраҡты күтәрҙе. Йәрәбәнән һуң ярыштар башланды.

Янғын техникаһы смотр-конкурсында судьялар комиссияһы машиналарҙың торошон, командаларҙы күрһәткән табличкалар булыуын, шәхси состав менән комплектланыуҙы, янғын-техник йыһаздарҙы тикшерҙе. Ирекле янғын һүндереүселәр ярышы алдынан 92-се Янғын часы янғын һүндереү командаһының сығышы булды. Һөнәрмәндәр эстафета этаптарын нисек үтергә кәрәклеген күрһәтте.

Ҡойма ямғырға, еүеш, тайғаҡ үләнгә ҡарамаҫтан, ҡатнашыусылар биремдәрҙе тиҙерәк үтәргә тырышты, бөтәһенең дә кәйефе, еңеүгә ынтылышы шәп булды.

Ирекле янғын һүндереү командалары тиҙлеккә магистраль линияһын һалды, һаҡлау костюмдарын кейҙе, ут һүндергес ярҙамында шартлы янғынды һүндерҙе.

Янғын дружиналарына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә форма кейергә, янғын еңсәләрен таратырға, мотопомпа ярҙамында һыу биреп, сәпкә тейҙерергә кәрәк булды.

Шул уҡ ваҡытта штаттан тыш янғын хәүефһеҙлеге инспекторҙары араһында конкурс үтте. Улар теоретик һорауҙарға яуап бирҙе.

Ирекле янғын һүндереүселәр араһында бына инде икенсе йыл рәттән еңеүҙе динестәр яулай, улар ярыштың чемпион кубогын үҙҙәрендә ҡалдырҙы. Икенсе урын баласытырмандарға бирелде, өсөнсөлә - балыҡлылар.

Ирекле янғын һүндереү дружиналары араһында маҡтау пьедесталының беренсе баҫҡысына Пугачёв ауыл советы командаһы күтәрелде. Икенсе баҫҡыста – Разин, өсөнсөлә - Покровка ауыл советы командалары.

Штаттан тыш янғын хәүефһеҙлеге инспекторҙары араһында еңеүҙе Геннадий Балянов (Бүләкәй ауыл советы) яуланы.

Бөтә еңеүселәр ҙә грамоталар һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде.

Йомғаҡлау яһағанда район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм эштәрендә уңыштар теләне.
Читайте нас: