-“Йәшлек” артабан да тематикаһы һәм күтәрелгән мәсьәләләре буйынса ҡыҙыҡлы булып ҡалһын. Көтөлмәгән бүләк өсөн рәхмәт. Ә урындағы гәзитте бик яратам, уға оҙон ғүмер һәм именлек, яҙылыусыларының һәм ҡыҙыҡлы материалдарының күп булыуын теләйем. Бөтәһен дә район гәзитенә һәм, мөмкинлектәре булһа, республика баҫмаларына яҙылырға саҡырам, - ти Рәйсә Ниғәмәтйән ҡыҙы.