Рүминә Хәйбуллина һәм Фәйрүзә Йосопова ямғырҙарҙан, яҙғы тамсы тамыуҙан башҡаса ҡурҡырға кәрәкмәйәсәгенә бик шат, хәҙер түбәнән һыу аҡмаясаҡ. Инәйҙәр менән йорттоң ихатаһында күрешеп һөйләштем. Улар был йортҡа инде 50-нән ашыу йыл булыуын әйтте. Йортҡа бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эшләнмәгән. Торлаҡ иҫкергән, ҡойма ямғырҙар ваҡытында өҫкө ҡаттағы фатирҙарҙың түшәменән һыу аҡҡан. Йыйылышта был проблема менән район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә ҡарар иткәндәр.
Ауыл халҡының үтенесен ишеткәндәр һәм саралар күргәндәр. Бригада тендерҙы еңеү менән килешеүҙә күрһәтелгән бурыстарын үтәүгә тотонған. Әңгәмәләштәрем төҙөүселәрҙең эше менән ҡәнәғәт булыуҙарын белдерҙе, тик уларҙың йорттоң фасадын һәм подъезын ремонтлау буйынса ла тәҡдимдәре бар икән.
Йорт халҡы менән һөйләшкән арала төҙөлөш бригадаһы бригадиры Ришат Абдуллин килеп етте. Ул төҙөлөш эштәре барышы менән таныштырҙы: “Түбәне апрель аҙағында ремонтлай башланыҡ. Иҫке япманы һүтеп, яңы асамайҙар ҡуйҙыҡ һәм профнастил түшәнек. Артабан Бала Сытырман ауылының Беренсе Май урамындағы йорттоң фасадын ремонтлаясаҡбыҙ”.
И. Нурлығаянов, хакимиәт башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары:
-Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2013 йылда ойошторолдо. Ремонтҡа мохтаж йорттарҙың сират исемлеге билдәләнде. Быйыл районыбыҙҙа программаға ике объект инде. Улар Фёдоровка ауылының Социалистик урамындағы 34-се йорт һәм Бала Сытырман ауылының Беренсе Май урамындағы 3-сө йорт. Ремонт эштәре билдәләнгән ваҡытта төҙөлөш бригадаһы менән килешеү шарттарын үтәп башҡарыла.