-1941 йылдың йәйге көндәрендә мин өлкәндәр менән баҫыуҙа эшләй инем. Ололар бойҙай баҫыуында эре сүп үләндәрен йолҡа. Һуғыш башланыу тураһындағы хәбәрҙе беҙгә ауыл бригадиры Иҫәнғолов Ғәбдрәшит ағай еткерҙе. Шунан һуң барыһы ла өйҙәренә ашыҡты, ҡатын-ҡыҙҙар илай башланы. Исемен хәтерләмәйем инде, бер ағай, моғайын, колхоз етәксеһе булғандыр, бөтә ир-егеттәрҙе йыйып йыйылыш үткәрҙе. Иртәгәһе көндө шул уҡ ағай хәрби эш буйынса дәрес үткәрҙе. Ирҙәр ауыл буйлап сафта үтте, беҙ, малай-шалай, уларҙы ситтән күҙәттек,- ти Мостафа Хисаметдин улы. – Атайым ат арбаһында ирҙәрҙе Фёдоровка хәрби комиссариатына ташыны. Үҙе һуғышманы, йәше 60-тан үткәйне инде. Ҡайһы берҙә ул мине үҙе менән ала торғайны. Бер ваҡыт уның менән Стәрлетамаҡҡа тиклем барҙым. Ул саҡта атҡа тағы аттар тағып алып барҙыҡ. Фёдоровканан Үрге Яуыш ауылы аша ҡалаға юлландыҡ. Шәкәр ауылы эргәһендә төнгә туҡтаныҡ. Икенсе көндә ҡала станцияһында аттарҙы эшелондарға тейәнеләр. Башҡа вагондарҙа һалдаттар барҙы. Шулай мин һуғышҡа оҙатыуҙың шаһиты булдым...
1945 йылдың яҙында 14 йәшлек 7 синыф уҡыусыһы Мостафа Солтанғолов ғәҙәттәгесә, Оло Сытырмандан Бала Сытырманға яңғыҙы мәктәпкә ашыҡҡан. Иртәнән ҡар ҡатыш ямғыр яуған, малай ашанан-ашаға еүешләнгән. Уның артынан бер һыбайлы килеп, ауыл советы яғына йүнәлгән.
-Күпмелер ваҡыттан һуң мәктәп директоры, әле мәрхумә инде, Юлдашбаева Гөлсирә Сәмиғулла ҡыҙы һыбайлынан мөһим яңылыҡты ишетеп (ул Петровка ауылынан шатлыҡлы хәбәр менән килгән) барыһын да мәктәптең иң ҙур класында йыйҙы. Ул беҙгә һуғыш тамамланыуы тураһында хәбәр итте. Барыбыҙ ҙа: “Ура!” ҡысҡырҙыҡ, ҡыуандыҡ, директорҙы тыңланыҡ, илаусылар ҙа булды. Сөнки күптәрҙең атайҙары һуғыштан ҡайтманы,- ти Мостафа Хисаметдин улы.- Шунан мәктәп директоры барыбыҙҙы ла өйҙәргә ҡайтып, шатлыҡлы хәбәрҙе еткерергә ҡушты. Ауылға етеү менән мин ҡысҡырып ебәрҙем:
-Һуғыш бөттө, һуғыш бөттө!!! Был шатлыҡлы хәбәрҙе мин әйттем, -тип һөйләй әңгәмәләшсем.
... Ул ваҡиғаларҙы иҫкә алғанда бабайҙың күҙҙәренә йәш бөркөлдө, Еңеү тураһындағы хәбәрҙе ауылдаштарына еткергәндәге шатлығы әле булһа күҙҙәрендә сағыла.
-Һуғыштың ҡара ҡанаты теймәгән ғаилә ҡалманы. Йәтим, ас, ябыҡ балаларҙы күреүҙән йән әрней. Бала сағыбыҙ шундай булды. Минең теләгем бер: һуғыш сыға күрмәһен,-тине Оло Сытырманда йәшәүсе, ул дәһшәтле йылдар шаһиты, Еңеү тураһында ауылдаштарына хәбәр итеүсе, атҡаҙанған уҡытыусы һәм мәктәп директоры, әле пенсионер Мостафа Хисаметдин улы Солтанғолов.
Хеҙмәт ветеранының һүҙҙәренә ҡушылып шуны ғына өҫтәгем килә- был еңеүҙе яҡынайтыусыларҙы, ғүмерен биреүселәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Был һуғыш һуңғыһы булһын.