+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Июнь 2018, 11:09

«Ашҡаҙар» лагерында ял итеүе күңелле

Йәйге каникулдар - һәр баланың тормошонда көтөп алынған иң мауыҡтырғыс осор. Ата-әсәләр ҙә балаларының ялы күңелле һәм файҙалы үтеүен теләй. Шуға ла күптәр уларҙы һауыҡтырыу лагерына ебәрә.

“Ашҡаҙар” балалар һауыҡтырыу лагеры балаларҙың яратҡан ял итеү урынына әүерелде. Әле лагерҙа 7-16 йәшлек 80 бала ял итә. Улар “Комета”, “Топ”, “Дистрик-13” отрядтарына бүленгән. Тәүге смена спорт-һауыҡтырыу, илһөйәрлек рухында, сәнғәт-эстетик йүнәлештәрҙәге программа буйынса ойошторолған. Тәрбиә эше лә план буйынса алып барыла.

Бында «Әйҙә, танышайыҡ», «Алло, таланттар, һеҙ ҡайҙа?», «Рәсәй көнө», «Үәт, мәҙәк», «Йәш эколог көнө», «Заманса әкиәттәр», «Станциялар буйынса уйындар», «Бик ҙур тыуған көн» һәм башҡа саралар үткәрелгән дә инде.

Лагерҙа эш көнө планерканан башлана, үткән көнгә йомғаҡ яһала, киләһеһенә пландар билдәләнә. Балаларҙы биш мәртәбә ашаталар, улар төрлө сәләмәтләндереү, интеллектуаль эшмәкәрлек һәм мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Музыка (етәксеһе С.В. Юдина), рәсем төшөрөү сәнғәте (етәкселәре А.А. Ермошин һәм Е.Н. Ермошина) буйынса түңәрәктәр эшләй, музыкаль саралар өсөн Л.В. Ғүмәрова яуаплы.

Физик тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленә: иртәнге зарядка үткәрелә, саф һауала футбол, волейбол уйындары уйнайҙар. Ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс китап донъяһына “сумыу” өсөн китапхана ла бар. Балаларҙың төштән һуң йоҡлағыһы килмәһә, китап уҡырға рөхсәт ителә. Кис һайын дискотека үткәрелә.

Беҙ лагерға килгән көндә төрлө түңәрәктәр, «Күңелле старттар», йыр өйрәнеү, тантаналы линейка, һуғыш йылдары йырҙарын башҡарыу, станциялар буйынса уйындар, һуғыш тураһында фильм ҡарау, «йәшел» дискотека планлаштырылғайны.

Был көндә ЮХХДИ инспекторы С.Е. Барсуков балалар менән «Юл-транспорт травматизмын профилактикалау» темаһына әңгәмә үткәрҙе. Ул уҡыу йылы барышында ла, каникулдар ваҡытында ла юлда иғтибарлы булыуҙың мөһимлеген әйтте. Артабан балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, инспектор уларға теүәл яуап бирҙе. Балалар юл-транспорт ваҡиғалары фотоларын да мауығып ҡараны.

Балалар лагерҙа яңы дуҫтар тапҡан. Тәрбиәселәр, хеҙмәткәрҙәр балаларҙың йәйге ялы сағыу тәьҫораттар ҡалдырһын, лагерҙа үткән көндәре файҙалы һәм күңелле булһын өсөн бөтә тырышлығын һала.

Оксана БУРКИНА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: