Гусевтар ғаиләһе велосипедта йөрөргә ярата. Люба- янғын часында, тормош иптәше Дмитрий “Башкирэнерго” йәмғиәтендә эшләй. Ирле-ҡатынлы бик яратып велосипедта йөрөй, ҡыҙҙары Юлиә лә уларҙан ҡалышмай, велосипедының береһен, икәү күңеллерәк тип, әхирәтенә биргән. Ауған-йығылған саҡтары ла булған. Әммә улар был шөғөлдәрен ташларға йыйынмай.
“Быйыл күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты, яңы велосипедтар һатып алдыҡ. Машинабыҙ булһа ла, ике тәгәрмәсле “дуҫҡа” өҫтөнлөк бирҙек”,- ти Люба, йылмайып. Гиподинамия менән көрәшәбеҙ. Кистәрен, ял көндәре тура килдгәндә ауыл ситендәге юлдарҙан рәхәтләнеп йөрөйбөҙ”.
Велосипед спорты сәләмәтлеккә бик файҙалы. Тирә-яҡ матурлыҡты күрәһең, дөрөҫ тын алаһың, эмоциональ хәлең яҡшыра.
Мәҡәләм геройы ҡыҙыҡ мауығыу тапмағанһығыҙ икән, велоспортты һайлағыҙ, тигән кәңәш бирә.