-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июль 2018, 11:35

Ҡара диңгеҙҙәге «олимп»

14-20 июндә Сочи ҡалаһында «Ҡара диңгеҙ олимпы» Халыҡ-ара фестиваль-конкурсы уҙҙы. Был ижади һәм шәхси үҫеш халыҡ-ара проект 2001 йылдан бирле бойомға ашырыла.

Бында Рәсәйҙең 50-нән ашыу ҡалаһынан һәм сит илдәрҙән 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Жюри 100-ҙән ашыу номер ҡараны.

Шундай халыҡ-ара кимәлдәге ваҡиғала федоровкалар ҙа ҡатнашты! «Зорька золотая» вокаль ансамбле һәм солистар Анастасия Синева менән Делия Хәлитова ла унда барыу бәхетенә иреште. Конкурсҡа уларҙы Фёдоровка музыка мәктәбе уҡытыусыһы Наталья Васильевна Орлова әҙерләгән. Педагогтың һәм конкурсанттарҙың көндәлек ныҡышмалы хеҙмәте, тырышлығы бушҡа булмауы ҡыуаныслы.

15 июндә фестиваль-конкурсты асыу тантанаһында бөтә коллективтар ҙа ҡатнашҡан. Алдан уҡ һәр ансамбль менән айырым видеоролик төшөрөлгән, әйткәндәй, уларҙың нигеҙендә фестиваль тураһында документаль фильм төшөрөлгән, тиҙҙән уны телевизорҙан күрһәтәсәктәр.

Асылыу танатанһына ансамбль «Сәскә ат, Башҡортостаным!» визиткаһын әҙерләгән. Ансамбль етәксеһе Н. В. Орлова ҡатнашыусыларҙы республикабыҙҙың һәм районыбыҙҙың матур тәбиғәте, үҙенсәлекле тәбиғи ҡурсаулыҡтары, башҡорттарҙың ете нәҫеленең барлыҡҡа килеүе, солоҡсолоҡ, быҡтырылған Фёдоровка сәйе һәм уның шифалы сифаттары тураһында бәйән иткән. Визитка көслө алҡыштар алған.

16 июндә тиҫтәләгән халыҡтар һәм атҡаҙанған артистарҙан, Мәскәү дәүләт сәнғәт институы профессорҙарынан, Рәсәй сәнғәт эшмәкәрҙәренән торған етди жюри улар ҡатнашҡан конкурстарҙың тәүге блогын баһалаған. 17 июндә Н.В. Орлова “Музыкаль терапия” темаһы буйынса асыҡ дәрес үткәргән. Етәксене төркөмө генә түгел, бөтә зал ҡеүәтләндергән һәм көйҙәр һәм йырҙар темаһында ҡушылып йырлаған. 18 июндә түңәрәк өҫтәл артында коллектив етәкселәре менән жюри “Зорька золотая” ансамбленең, солистарҙың башҡарыу оҫталығын, үҙенсәлеген, артистлығын баһалаған (бөтә йырҙар ҙа ҡатнашыусыларҙың матур хәрәкәттәре менән оҙатылып барған), костюмдарҙың элегантлығы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Икенсе көндә жюри уларға юғарыраҡ кимәлдәге, сит илдәрҙә ойошторолған конкурстарҙа ҡатнашырға тәҡдим яһаған.

Фестиваль ябылыу көнө яҡынлашыуы һиҙелмәй ҙә ҡалған. Гала-концерт, бүләкләүҙәр. Коллектив етәксеһе Н.В. Орлова- “Асыҡ дәресте яҡшы үткәрген өсөн” Диломы һәм иҫтәлекле миҙал, ә ансамбль икенсе дәрәжә дипломы һәм кубок менән бүләкләнгән. Солистар А. Синева менән Д. Хәлитова һәр ҡайһыһы үҙ йәше категорияһында өсөнсө дәрәжә Дипломдарын алған. Ҡатнашыусыларҙы яҡшы әҙерләгәне, һөнәри оҫталығы, таланты, маҡсатсанлығы өсөн коллектив етәксеһе Рәхмәт хатына эйә булған.

Тулҡынландырғыс кистә балҡыған байрам фейерверкы мәңге иҫтән сыҡмаясаҡ. Сочи ҡалаһы, йылы Ҡара диңгеҙ һәм көньяҡ ҡояшы аҫтындағы экскурсия мәңге онотолмаясаҡ.

Район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Б.Н.Сиразетдинов фестивалдә ҡатнашыусыларға ҙур ярҙам күрһәткән. Уңыштарға ҡарамаҫтан, улар бының менән генә сикләнмәҫкә ниәтләй, алда- ҙур пландар, ҙур сәйәхәттәргә сығырбыҙ, тигән ышаныста ҡалалар.

Г. ӘХМӘРОВА.
Читайте нас: