Туҡтарова Альбина Рөстәм ҡыҙы менән Әминова Гөлназ Рузалин ҡыҙы һөйөклө өләсәйҙәре Мәҙинә Гәрәй ҡыҙы һәм Мәүжиҙә Иҙрис ҡыҙының хәстәрлегендә үҫкән. Улар бер тауыштан өләсәйҙәренә үҫтереүҙәре, намыҫлы тәрбиә биреүҙәре, оло тормош юлына сығарыуҙары өсөн йылы һүҙҙәрен, рәхмәтен белдерҙе. Альбинаға 21 йәш, ул быйыл Ҡазан кооператив институтының иҡтисад факультетын тамамлаған, тиҙҙән диплом алырға тейеш. Июлдә йәнә бер шатлыҡлы ваҡиға көтә уны, тимәк.
Гөлназ сәс киҫеүсе булырға теләгән, шуға ла Бала Сытырман мәктәбенең 9 синыфын тамамлағандан һуң, курстарға барған. Өйҙә клиенттарын ҡабул итә, эшкә урынлашыу тураһында һүҙ бармай, йәш ярымлыҡ улы Нәфисте үҫтерә әле. Ире Марсель Рәис улы менән бығаса өләсәйҙәрендә йәшәгәндәр. Бына көтөп алынған шатлыҡ- үҙ торлаҡтары булды.
-Үҙ фатирыбыҙ булыуына бик шатбыҙ, үҙебеҙсә матурлап, биҙәп йәшәге килә,- ти Гөлназ.
Фёдоровка районы муниципаль район хакимиәте башлығы Венер Фәрит улы Насретдинов Альбина менән Гөлназды был ваҡиға менән ҡотланы һәм фатир асҡыстарын тапшырҙы.
-Өйҙәрегеҙҙә бәхет- шатлыҡ хөкөм һөрһөн, тормошоғоҙ сағыу, уңышлы булһын,-тигән теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ Венер Фәрит улы быйыл был урамға ҡырсын-таш түшәләсәген белдерҙе.
Дәүләттән был ҙур ярҙам ҡыҙҙарға киләсәктәге уңышлы, имен тормоштарына стимул, этәргес булһын.