0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Июль 2018, 10:39

Ябай түгел, әкиәти донъя ҡорғандар

Фёдоровка ауылында йәшәүсе Веськиндар ғаиләһенең баҡсаһында сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ- пиондар, розалар, гладиолустар, петуниялар, ҡәнәфер һ.б. бөхтә һуҡмаҡ буйлап ултыртылған. Берәүҙәре сәскә атып бөткән, икенселәре йыйына ғына. Алмағас, ҡарағат, ҡурай еләге, баҡса еләге, виноград- һәр ҡайһыһының үҙ урыны. Өй артына картуф сәселгән. Һуған, һарымһаҡ, кишер, помидор, борос, ҡыяр түтәлдәре үҫеп ултыра, фасоль хужабикә үргән бауҙан үрмәләп үҫә. Барыһына ла йылы, ҡояшлы урын табылған.

Таҙалыҡ һәм тәртип- тағы нимә кәрәк инде? Әммә мәҡәләбеҙ геройҙары һәүетемсә генә йәшәп өйрәнмәгән, сүп үләненә үҫергә ирек бирмәйҙәр. Ямғыр артынан алабута менән сырмалсыҡ баш төрткән. Пенсионерҙарҙың ҡулынан көрәк, сапҡыш төшмәй, тырыштар.

Йәнә бер ҡабатлайым, Рәмзиә Мансур ҡыҙы тыныс ҡына йәшәй алмай, алмағас төбө буш тормаһын тип, биҙәргә булған. Унда “Матрена ултыра”, эргәһендә ҡаҙҙар йөҙә, уларҙы баҡса һәм бүлмә сәскәләре уратып алған, янында - быуа. Быуала матур һыу үҫемлектәре үҫтерергә уйлайҙар. Икенсе яҡта, мунсаға барған юлда бәшмәктәр аҫтында терпеләр арҡаһына петуниялар ултыртып алған.

-Бында минең ҡыҫылышым юҡ, барыһын да әбейем эшләй, -ти көлөп Григорий Георгиевич.- Мунсаға утын булыр ине лә, ул матрешка яһаны.

Баҡһаң, хужабикә ҡыҙ фигураһын ағастан эшләп, цементҡа ҡатырған, штуркатурлаған, киптереп, буяған. Терпеләрҙе биш литрлы пластик шешәләрҙән, бәшмәктәрҙе иҫке тас төптәренән яһаған. Ҡаҙҙарҙы, быуаны, сәскә вазаларын оҫта ҡуллы хужа иҫке тәгәрмәстәрҙән эшләгән.

Эргәбеҙҙә ижади кешеләрҙең йәшәүе ҡыуаныслы. Матурлыҡты һөйгән кешеләр күркәм йәшәй бит.


Светлана ЗАЙЦЕВА.


Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: