+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Июль 2018, 10:57

Күтәренке кәйефтә эшләйҙәр

Малсылыҡта юғары күрһәткестәр һауынсыларҙың һәм мал ҡараусыларҙың эшенә һәм яҡшы мал аҙығы базаһына, мәҫәлән, М.В. Фрунзе ис. коопертивтағы һымаҡ эште ойоштороуға туранан-тура бәйле. Уҙған айҙа был хужалыҡ 2 млн. 100 мең һумлыҡ һөт һатҡан. Фрунзеләр көнөнә 4600 кг юғары сортлы һөттө һөт заводына оҙатҡан.

Әле кооперативта мал аҙығы әҙерләү бара. Люцерна сәселгән баҫыуҙа бер юлы дүрт пресс-йыйғыс эшләй. Техника менән тәжрибәле механизаторҙар Хәмзә Кантимеров, Хөсәйен Сабитов, Малик Абдулов менән Дмитрий Семенов эшләй. Тағылмалы әйләндергес менән хуш еҫле бесәнде Олег Савельев әйләндерә.

Сенаж әҙерләү ҙә шулай уҡ оператив рәүештә бара. Хужалыҡтың Веселовка бүлексәһендә ужым арышы ҡатыш борсаҡты сенаж соҡорона һалалар. Был аҙыҡ туҡлыҡлы, составында протеиндары ла бар.

Үҙйөрөшлө Дон-800 сапҡысында Алексей Русаков эшләй. Иген йыйыу комбайнында үләнде Илһам Абдуллин ваҡлай. Муса Сабитов менән Наил Кантимеров ике КамАЗ-да үләнде сенаж соҡорона ташый, К-700 тракторында Александр Данилов тығыҙлай.

Соҡор тулыу менән бригада Динес бүлексәһенә сенаж әҙерләүгә китәсәк.

Көтөү миҙгеленә фрунзеләр һауын һыйырҙарын дүрт лагерға күсерә. Барыһы ла заманса һауын аппараттары, һөт һыуытҡыстар һәм сифатлы продукция алыу өсөн кәрәкле йыһаздар менән тәьмин ителгән. Беҙ Веселовка бүлексәһенең ике лагерында булдыҡ.

Лагерҙың береһе элекке Балталы ауылының хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Киң ялан һәм шишмә - көтөү өсөн иң уңайлы шарттар. Һауым алдынан мал ҡараусы Владимир Данилов менән һөйләшеп алдыҡ. Ул малдарҙы график буйынса Зәйнулла Ҡунаҡужин менән иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске алтынсы яртыға тиклем сиратлап көтөүҙәрен һөйләне. Һыйырҙар һауылғас, киске сәғәт ун бергә тиклем малдар йәнә көтөлә. Әлегә йәй башындағыса булмаһа ла, үлән яҡшы, ти көтөүсе. Һауынсылар Татьяна Манзурова менән Лариса Никифорова малсыларҙың эшенән ҡәнәғәт, көтөүҙән һыйырҙар туйып ҡайта, тиҙәр. Владимир Анатольевич малсылыҡ тармағында 30 йылдан ашыу эшләй. Ул эшен һәр саҡ намыҫлы башҡарырға тырыша, ваҡытында ашата, эсерә.

Ягелевка ауылы эргәһендәге йәйге лагерҙа биш кешенән торған татыу малсылар коллективы менән осраштыҡ. Улар - һауынсылар Татьяна Семенова менән Анежела Савельева, иҫәпсе Наталья Никифорова, малсылар Геннадий Тарасов менән Александр Ефремов. Барыһы ла бурыстарын намыҫлы башҡара, яҡшы кәйефтәләр. Сөнки эштәре өсөн лайыҡлы эш хаҡы аласаҡтарын аңлайҙар.

-Йәйге лагерҙа эшләүе нығыраҡ оҡшай, - ти һауынсылар. Икеһенең дә эш стажы апаруҡ. Беҙҙең менән һөйләшкәндә заманса йыһаздарҙың уларҙың хеҙмәтен күпкә еңеләйтеүен белдерҙеләр. Өҫтәүенә, хужалыҡ етәксеһе Фәйрүз Ғәлиев юғары күрһәткестәр өсөн арттырып түләй икән. Был кәйефте лә күтәрә, яҡшы эшләүгә этәргес тә булып тора.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман ПОДПОРИН фотолары.
Читайте нас: