Киләһе йылда районыбыҙҙың йәнә һигеҙ йәш кешеһенә шундай уҡ бәхет йылмаясаҡ. Уҙған аҙнала Фёдоровка ауылының Ҡояшлы урамында йәтим балалар өсөн социаль йорт төҙөлә башланы. Объектта әле Мәләүез ҡалаһынан “Производство-төҙөлөш компанияһы” йәмғиәте төҙөүселәре эшләй. Әле нигеҙ һалалар, бер аҙнанан шлак блоктарҙан стена күтәрә башлаясаҡтар. Бригадала һигеҙ тәжрибәле белгес эшләй.
-Коллектив берҙәм, татыу, етди. Унынсы йыл инде бергә эшләйбеҙ. Эштәр уңай ғына барһа, октябрҙә төҙөлөштө тамамлаясаҡбыҙ,- ти йәмғиәттең баш инженеры Спиридонов Константин Сергеевич.
Торлаҡ бирелеүе ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған йәштәр өсөн ҙур ярҙам буласаҡ. Дәүләтебеҙҙең үҙ граждандарын хәстәрләүе ҡыуаныслы.