-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Июль 2018, 11:05

Иген урыуға старт бирелде

Район буйынса командировкаға сыҡҡас, хужалыҡтар баҫыуҙарының сағыу алтын төҫкә инеүен күреп ҡыуандыҡ. Ужым культуралары башаҡтары тулышып, башын ергә эйгән. Бер-ике аҙнанан яҙғы культуралар өлгөрәсәк. Тимәк, аграрийҙар өсөн ҡыҙыу мәл- ураҡ башлана. “Нива” йәмғиәтендә уҙған семинарҙа ураҡ кампанияһына старт бирелде.

Кәңәшмәне асып, район хакимиәте башлығы Венер Насретдинов үҫемлекселек тармағының райондың ауыл хужалығы предприятиеларына яҡшы килем килтереүен билдәләне. Шуға уның үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырыу әһәмиәтле.

Һәр хужалыҡ ерҙе эшкәртеү һәм уңышлылыҡты арттырыу өсөн үҙенә уңайлы ысулдарҙы табып ҡуллана. “Нива” йәмғиәтендә нулле “Ноу-тилл” технологияһын ҡулланалар. Яңысофиевкалар ужым бойҙайы, яҙғы бойҙай һәм арпа, шулай уҡ сорго-судан үләнен, көнбағыш һәм кукуруз үҫтерә. Игенгә кукуруз сәскән баҫыуҙары ла бар. Ураҡ эштәренә йәлеп ителәсәк бөтә техника әҙерлек һыҙатына ҡуйылған. Был хаҡта хужалыҡ етәксеһе Барый Дәүләтбаев үҙ сығышында бәйән итте.

“Ноу-тилл” буйынса бөтә агротехник ысулдарҙы ла дөрөҫ башҡарыу өсөн хужалыҡ икенсе йыл инде консультация алыу өсөн Стәрлетамаҡ “БашАгроИнвест” йәмғиәтенән агрономды саҡырта. Ужым арышы сәселгән баҫыуҙа Ғазинур Ғарипов яңысофиевкаларҙың эш һөҙөмтәһен анализланы, шунан семинарҙа ҡатнашыусыларға сәсеү ваҡытында ебәрелгән хаталарын атап үтте, уларҙың уңыштың сифатын күпкә түбәнәйтеүен әйтте.

Ураҡты тик яҡшы әҙерләнгән техника менән генә имен үткәреп була. Ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры Радик Хәлитов үҙ сығышында ауыл хужалығы предприятиеларының ураҡҡа техниканы әҙерләп бөтөүе тураһында хәбәр итте. 1 июлгә район буйынса баҫыуға сығырға 87 иген йыйыу комбайны әҙерләнгән. Өҫтәмә ун комбайн түләүле хеҙмәттәр күрһәтәсәк. Үҙйөрөшлө сапҡыстар, аҫылмалы һәм тағылмалы сапҡыстар ҙа әҙер.

“Нива” йәмғиәте техникаһын ҡарағас, Радик Барый улы хужалыҡтың бер нисә йыл инде “БашАгроМаш” менән хеҙмәттәшлек итеүен белдерҙе. Предприятие етештергән продукцияның хаҡтары ла ҡулай, байыҡтырылыуы һәм етештереүсәнлеге буйынса сит илдекенән ҡалышмай. Мәҫәлән, “Акрос 530” һәм “Акрос 550” комбайндарының һуҡтырыу буйынса етештереүсәнлеге секундына 18 кг иген тәшкил итә. Үҙйөрөшлө “Сулпан” сапҡысы, сменаһына 60 тонна һалам төргәкләүсе пресс-йыйғыс та, фронталь тейәгес, тупраҡтың өҫкө ҡатламын йомшартыусы сиртмәле тырма ла, дискылы тырма ла, шулай уҡ борттары герметизацияланған КамАЗ автомобиле лә үҙен ыңғай яҡтан күрһәтте. Сөнки үҫтерелгән игенде юғалтыуҙарһыҙ ырҙын табағына килтерергә кәрәк. Ураҡ барышында техниканы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау өсөн техник ярҙам күрһәтергә әҙер звеноның булыуы мотлаҡ.

Һаламды ваҡлаусы яңы агрегат баҫыуҙа ҡалған һаламды яндырыуҙан азат итә. Был янғын хәүефһеҙлеге лә, тупраҡты органик ашлама менән туйындырыу ҙа. Яңысофиевкаларҙағы кеүек шундай техника менән тәьмин ителгән осраҡта ғына ураҡты ҡыҫҡа ваҡытта үткәрергә мөмкин.

Эҫелә янғын хәүефһеҙлеге сараларын үтәү мөһим. Баҫыуҙа йәлеп ителгән бөтә эшсенең дә инструктаж үтеүе, комбайндарҙы һәм тракторҙарҙы янғынға ҡаршы инвентарь менән тәьмин итеү мөһимлеге хаҡында 92-се янғын часы начальнигы урынбаҫары Ирек Әхмәтов һөйләне.

Ырҙын табағында яңы уңыштың баҫыуҙан килеүе теркәлә, һәр машина үлсәнә. Махсус документтар- водитель һәм комбайнсы талоны тултырыла, иген ҡабул итеү реестры алып барыла. Ауыл хужалығы идаралығының баш белгесе Рауил Әбдрәшитов семинарҙа ҡатнашыусыларға шуларҙың барыһын да үтәү мотлаҡ булыуы хаҡында иҫкәртте.

Иген киптергесе булған хужалыҡтың отошло эшләүе билдәле. Игенде һатыу менән дә ашығаһы юҡ. Уны тейешенсә киптерергә, келәттәргә һалып ҡуйырға һәм ҡиммәткә һатыу мәлен көтөргә була. Яңысофиевкалар семинарҙа ҡатнашыусыларға былтыр һатып алынған иген киптергесен күрһәтте. Районда әлегә улар икәү генә (районда беренселәрҙән булып ул фрунзеләрҙә барлыҡҡа килде). Район башлығы хужалыҡ етәкселәренә сығымдарҙан ҡурҡмайынса был йыһазды һатып алырға тәҡдим итте, сөнки сәғәтенә 10-12 тонна иген эшкәртелеү арҡаһында бөтә сығымдар ҙа ҡапланасаҡ. Иген киптергесе урынлаштырылған бинала “Ермолаево икмәге” йәмғиәте вәкиле 2018 йылда көнбағыш уңышын урыуҙы аванслау программаһы тураһында һөйләне.

Бер нисә хужалыҡтың тиҙҙән ураҡ башланасаҡ баҫыуҙары янында семинарға йомғаҡ яһалды. Сәсеүлектәрҙең торошон һәм башҡа хужалыҡтарҙың ауыл хужалығы культуралары үрнәктәрен тикшергәндән һуң, уңыш яҡшы буласаҡ, тигән һығымта яһалды. Хәҙер инде аграрийҙарҙың төп бурысы- уларҙы юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу.

Венер Фәрит улы игенселек культураһын күтәреү өсөн хужалыҡтарға грамоталы белгестәр кәрәклеген билдәләне. Шулай уҡ ул ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренә, аҙ майҙандарҙа булһа ла, үҙ баҫыуҙарына һорау менән ҡулланылған культураларҙы сәсергә тәҡдим итте. Был хужалыҡтар өсөн яҡшы ярҙам буласаҡ.

-Былтыр аграрийҙар тырышты һәм ужым баҫыуҙарын арттырҙы, үҫемлекселек тармағының рентабеллелеге өсөн был йүнәлештә эште дауам итергә кәрәк,- тине һүҙ аҙағында район башлығы.- Ер- килем килтерергә тейешле иҡтисади ресурс булып тора, ул буш ятмаҫҡа тейеш. Ураҡҡа старт бирелде, барығыҙға ла күтәренке кәйеф һәм яҡшы уңыш алыуға йүнәлтелгән һөҙөмтәле эш теләйем.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.


Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: