+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Август 2018, 11:19

Әүҙем уҡыусыларға спорт залы

Йәйге каникулдар аҙағына тиклем бер ай ҡалып бара. Район мәктәптәрендә капиталь һәм косметик ремонт эштәре әүҙем бара. Новоселка мәктәбе лә уҡыусыларҙы ҡаршыларға әҙерләнә. Мәктәп директоры Н.Е. Федоров яңы уҡыу йылына әҙерлек барышы хаҡында һөйләне:

-Районыбыҙҙың “Проектстроймонтаж” йәмғиәте тендерҙы еңеп, мәктәпте ремонтлау өсөн Мәләүез ҡалаһынан төҙөүселәр ялланы. Әле мәктәптә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең “Балалар спорты” проекты сиктәрендә “Ауыл мәктәптәрендә спорт залдарын реконструкциялау” программаһы буйынса ремонт бара.

Спорт залында тәҙрәләр алмаштырыла, иҙәндәр түшәлә. План буйынса эштәр биш көндә тамамланасаҡ.

Мәктәптә шундай йола бар, мәктәпте тамамлаусы уҡыусылар бүләк сифатында пластик тәҙрә ҡуялар. Мәҫәлән, ағымдағы йылда мәктәпте 1977 йылда тамамлаусы Н.А. Петров бер синыфта пластик тәҙрәләр ҡуйҙы. Әйткәндәй, 2018 йылда мәктәпте 11 уҡыусы тамамланы.

Шулай уҡ класс етәкселәре һәм сығарылыш уҡыусылары косметик ремонт эшләйҙәр- синыфтарҙа парталарҙы буянылар.

Ремонт тамамланғас, иҙәндәр буяласаҡ. Буяуҙар һатып алынған да инде. 1 сентябрҙә 6 уҡыусы беренсе синыфҡа килә. Белем көнөндә уҡыусыларҙы уңайлы, яҡты синыфтар, әлбиттә, яңы белемдәр һәм яратҡан уҡытыусылары көтә.


Оксана БУРКИНА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: