+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Август 2018, 10:45

Оператив режимда эшләйҙәр

“Искра” йәмғиәтендә, райондың башҡа хужалыҡтары менән сағыштырғанда, ураҡ эштәренең майҙаны иң ҙуры. Ужым һәм яҙғы иген культуралары 5250 гектар майҙанға сәселгән.

Ауыл хужалығы предприятиеһында ураҡ эштәре оператив режимда бара. “Кейс” үҙйөрөшлө сапҡысында Юрий Балянов менән Евгений Кривов эште ике сменала башҡаралар. Тәжрибәле механизаторҙар 750 гектар майҙандан ужым арышын, 300 гектарҙан - бойҙай һәм 300 гектарҙан тритикале сапҡандар, был планлаштырылған күләмдең 26 процентын тәшкил итә.

Комбайнсылар Павел Абрамов, Геннадий Пилюков, Анатолий Пузырников, Мноян Арут һәм Евгений Кривов “Акрос-550” һәм “Вектор-410” комбайндарында иртәнән кискә тиклем эшләй. Төшкө ашҡа һәм яңы уңышты машиналарға бушатыу өсөн генә туҡтайҙар. Баҫыуҙан ырҙын табағына игенде КамАЗдарҙа Иван Абрамов, Алексей Пилюков һәм Дмитрий Васильев ташый.

Дөйөм алғанда, “Искра” йәмғиәтендә 6 авгусҡа 300 гектар майҙанда ужым культуралары һуҡтырылған, 540 тонна иген урылған. Ужым арышының уңышы гектарынан 18 центнер тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта һалам да йыйыла, баҫыуҙар яңы уңышҡа ерҙе әҙерләү өсөн бушатыла.

Бер үк ваҡытта мал аҙығы әҙерләү эштәре лә башҡарыла. Йәмәғәт малдары өсөн 1500 тонна бесән һәм 1700 тонна сенаж әҙерләнгән.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: