Был уй Елена Агаповала күптән барлыҡҡа килгән. “1000 советов” баҫмаһында пластмасса ҡапҡастарҙан төрлө әйберҙәр эшләп булыуы хаҡында уҡыған һәм шуны эшләргә булған. Төрлө ерҙәрҙән ҡапҡастар йыйған. Быйыл әкиәт геройҙары уның аҙбарында үҙ урынын тапҡан. Әле был тырыш, эшһөйәр ҡатын “Агробазис” ауыл хужалығы тәьмин итеү- һатыу, эшкәртеү кооперативының ит цехында оператор булып эшләй. Буш ваҡытын мауығыуына бағышлай.
-Әле ике биҙрә шешә ҡапҡасы йыйҙым, ваҡыт булғанда бесәй эшләйәсәкмен,- ти оҫта ҡуллы ҡатын. Мыраубикәнең ниндәй әкиәттән булырын аҙаҡ күрербеҙ әле...