-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Август 2018, 10:55

Уйларға, аңларға, һөҙөмтә яһарға...

Йәйге аяҙ көндәрҙә күптәр тәбиғәткә сығып, ғаиләһе, дуҫтары менән ял итергә ярата. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр, күңелле ял иткәндән һуң, үҙҙәре артынан тау-тау сүп-сар ҡалдыра. Шундай урындарға барғас, матур тәбиғәт урынына пластик һауыттарҙан, ҡаптарҙан, тәмәке төпсөктәренән сүплек күрергә тура килә. Айырыуса бындай ял итеүселәрҙән шишмәләр зыян күрә.

Уҙған йома Фёдоровка ауыл советы башлығы Евгений Тыров һәм ер мәсьәләләре буйынса белгес Земфира Батманова менән шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса рейдта булдыҡ.

Клара Цеткин урамынан башланыҡ. “Нурлы” сауҙа үҙәгенән аҫтараҡ, юлдың һул яғында ауыл советына беркетелгән шишмә бар. Бер нисә көн элек кенә был объект “Йәш гвардия” активистары яуаплылығына бирелгән. Сығанаҡ өҫтөнә матур беседка эшләнгән. Территорияһы таҙа һәм тәртиптә.

Урам буйлап аҫҡа төшкәндә уң яҡта ҡойо ҡуйылған, уны Фёдоровка 1-се мәктәбе ҡарап тора. Тирә яғындағы үлән сабылған, ҡойоноң ҡапҡасы һәм ағас түмәренән эшләнгән ултырғыстары сағыу төҫтәргә буялған. Бик матур һәм бөхтә.

Ошо урамда йәшәүсе Геннадий Голубков күршеләре менән бер нисә көн инде “Хоҙай бүләге” исемле шишмәне тәрбиәләй. Ауыл халҡы яҙ һайын сығанаҡты сүп-сарҙан таҙарта, баҫҡыстарын тигеҙләй. Хәстәрлекле хужабикәләр сәскәләр ултырта. Әллә ни сығымдар сыҡмаһа ла, шишмәгә шифалы һыуға килеүе күңелгә рәхәтлек бирә.

“Водоканал” йәмғиәтенә беркетелгән шишмәгә (Болонло урамы аҙағында) 90 баҫҡыстан үтергә кәрәк. Соҡор буйынса төшкәс, йәшел үләнле, тирә яғы йылға менән уратылған алан асыла. Шунда уҡ лапаҫлы өҫтәл ҡуйылған, уның күләгәһендә ултырып ял итергә мөмкин. Ошо хозурлыҡты йылға ярындағы сүплек өйөмө боҙа. Шундай уҡ сүплек өйөмөн “Теплый дом” йәмғиәтенә беркетелгән шишмә эргәһендә лә күрҙек. “Артығыҙҙан сүп-сар ҡалдырмағыҙ” тигән яҙыулы һауыт торһа ла, тирә-яҡ бысраҡ. Кирбес заводы йылғаһы ярында урынлашҡан “Гермес” ҡуланыусылар йәмғиәтенә беркетелгән шишмәлә лә “Кеше бул, сүп ҡалдырма” яҙыулы табличкаға кешеләр битараф. Унда сүп өйөмө һәм ҡороған ботаҡтар ята. Унан ситтәрәк мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренең шишмәһе урынлашҡан, унда ла сүп, буш шешәләр, ҡаптар һ.б. аунап ята.

“Чан” шишмәһенә барған юлда сүплек ойошторолған (үҙәк дауаханаға беркетелгән). Сүп-сар йылдар буйы йыйылған тигән фекер тыуа. Бынан саф шишмә һыуын ауыл халҡы ғына түгел, башҡа район-ҡалаларҙан килгән кешеләр ҙә йыл әйләнәһе ала бит.

“Газсервис” йәмғиәте төҙөкләндергән шишмә тау битендә, ауылдан сыҡҡан ерҙә, карьер эргәһендә урынлашҡан. Ул үтеп барыусыларға күренмәй. Ял итеүселәрҙең уңайлығы өсөн барыһы ла эшләнгән- лапаҫ аҫтында өҫтәл, эргәлә сүп-сар өсөн контейнер ҡуйылған. Кешеләр был уңайлыҡтар өсөн рәхмәтле булыр, тигән уй бар, әммә, шишмә территорияһы тәмәке төпсөктәре, буш шешә, ҡаптар, аш-һыу ҡалдыҡтары, ҡағыҙҙар менән сүпләнгән.

Ҡараған шишмәләр араһында өлгө булырҙайҙары ла бар. Мәҫәлән, “Максим-ате” шишмәһе, ул район хакимиәтенә беркетелгән. Уның территорияһы ҡойма менән уратылған, бөтә ерҙә таҙалыҡ, тәртип, сәскәләр үҫә.

Рейдтан һуң районыбыҙ шишмәләрендә бөтөнләй мәҙәниәтһеҙ кешеләр ял итә, тигән тәьҫорат ҡалды. Контейнерҙарға сүп һыймай икән, уны эргәһендә ташлап китәләр. Ә үҙҙәренән һуң йыйһалар, яҡшыраҡ булмаҫмы икән. Шишмәләргә бит улар йәйәү түгел, машиналарҙа киләләр. Һәр кем аңларға тейеш - һәр кеше артынан сүп-сарҙы йыйыу, тәртип булдырыу мөмкин түгел. Тыуған яғыбыҙҙың хозур тәбиғәте, уңышлы ерҙәре нимәгә әйләнеүен күреүе ауыр. Районыбыҙҙа күпме шишмә бар, ә кешеләр уларҙы күмәкләшеп сүп-сарға күмә. Был хаҡта һәр кем уйлап, аңлап, дөрөҫ һығымта яһарға тейеш.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: