+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Август 2018, 10:52

Өйҙә хәҙер йылы буласаҡ

Бала Сытырман ауылының Беренсе Май урамындағы йортта ремонт бара. Был райондағы “Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау” төбәк операторы программаһында ҡатнашҡан икенсе объект.

Панелле йортҡа күптән ремонт талап ителә ине. Ауыл халҡы ауыл биләмәһе хакимиәтенә йортто йылытыу үтенесе менән мөрәжәғәт иткән, сөнки йортта, айырыуса ҡышын бик һалҡын. Объект программаға сиратҡа ҡуйылған һәм һөҙөмтәне оҙаҡ көтөргә тура килмәгән.

Әле Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Гидрострой” йәмғиәте подрядсы булған төҙөүселәр бригадаһы йортто пенопласт һәм минераль мамыҡ менән йылыта. Заманса материалдар арҡаһында йортта йылы буласаҡ. Тыштан күп фатирлы йортто декоратив штукатурка биҙәйәсәк.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: