+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Август 2018, 10:56

Проблемаларҙы хәл итеүгә ғилми ҡараш

Районыбыҙ делегацияһы БР көньяҡ райондарының 2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеше стратегияһын эшкәртеү буйынса сессияла ҡатнашты. Сара 8 августа Мораҡ ауылы 1–се мәктәбе һәм Зәйнәп Биишева исемендәге сәнғәт мәктәбе базаһында уҙҙы. Унда шулай уҡ Баймаҡ, Ейәнсура, Күгәрсен райондары вәкилдәре лә ҡатнашты.

Республиканың көнъяҡ райондары ҙур ҡалалар булған башҡа райондар һымаҡ тиҙ үҫмәй. Беҙҙә хәл итеүҙе талап иткән проблемалар бихисап. Тик район халҡы үҙе генә ауылдарҙағы хәлде анализларға һәм дөрөҫ үҫешкә йүнәлтергә һәләтле. Шул хаҡта һөйләне сараны ойоштороусылар- БР Стратегик тикшереүҙәр институты белгестәре.

Сараның беренсе өлөшөндә Күгәрсен районы башлығы Г.Г. Янибаев сәләмләү телмәре менән сыҡты. Ул ҡунаҡтарҙы райондың иҡтисади хәле менән таныштырҙы, арҙаҡлы яҡташтары, күгәрсендәрҙең тормошо тураһында һөйләне.

БР ИСИ фәне буйынса директор урынбаҫары, иҡтисад фәндәре кандидаты С. Насирова республиканың социаль- иҡтисади үҫеше стратегияһының өҫтөнлөктәре һәм йүнәлештәре хаҡында һөйләне.

Малсылыҡ үҫеше перспективалары тураһында БДАУ малсылыҡ продукцияһын етештереү технологияһы кафедраһы профессоры Р. Ғизәтуллиндың докладында яңғыраны. Ул һөт тармағы торошон һәм һыйыр малы итен етештереүҙе анализланы. Уларҙың 2030 йылғаса үҫеше хаҡында фаразланы.

Ғалимдар муниципаль ойошмаларҙың мәҙәни үҫеше һәм позицион проблемалары хаҡында, ғәмәлдәге даирә һәм социаль үҫеш трендтары хаҡында бәйән итте.

Сессияның пленар өлөшөнән һуң ҡатнашыусылар райондар буйынса ике секцияға бүленде. Аудиторияларҙа муниципаль берләшмәләрҙең трендтарын һәм үҫеш хәүефлеген өйрәнеү буйынса әүҙем эш башланды. Район вәкилдәре маҡсаттар һәм үҙҙәре йәшәгән территорияларҙы үҫтереү өҫтөнлөктәрен билдәләүҙә ҡатнашты. Һәр проектта маҡсаттарҙы бойомға ашырыу механизмдары: норматив акттар, үҙ-ара бәйләнеш һәм технологиялар форматы эшләнде. Районыбыҙ командаһы “Сәләмәт ауыл”, “Үҫешкән ауыл”, “Лайыҡлы тормош” проекттарын күрһәтте. Улар башҡа район төркөмдәре алдында презентацияланды. Үҙ сиратында баймаҡтар, ейәнсуралар, күгәрсендәр беҙҙең аудиторияға инеп, идеялары һәм инициативалары менән бүлеште. Шулай, файҙалы тәжрибә менән уртаҡлашыу булды. Һөҙөмтәлә районыбыҙ “Ауыл йырлай- район сәскә ата, маҡсатыбыҙға табан барасаҡбыҙ” девизы менән позициялана. Сессияла тәҡдим ителгән бөтә проекттар ҙа райондың 2030 йылғаса социаль-иҡтисади стратегияһын эшкәртеүҙә иҫәпкә алынасаҡ.

Сарала ҡатнашыусылар тәҡдим ителгән проекттар көнъяҡ райондары халҡының ғәмәлдәге берҙәм проблемаларын берләштереүен билдәләне. Күпселеген бергә тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәндә хәл итергә мөмкин. Был уңайҙан республика ғалимдары эшкәрткән стратегия планы яҡшы ярҙам буласаҡ.

Татьяна

ЗӘЙНУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: