+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Август 2018, 11:15

Тырышҡан- морадына ирешкән

Үҙ эше менән шөғөлләнергә теләгәндәр шулай тиергә күнеккән. Ниндәй эшкә лә күңел һалып эшләмәһәң, һөҙөмтәгә ирешеп булмай. Ә ауыл хужалығы тармағына килгәндә, бигерәк тә. Айырыуса фермерҙар үҙҙәренә етәксе лә, агроном-инженер ҙа, механизатор ҙа, эшсе лә.

Фермер Венер Хәлитов менән көскә осрашып һөйләштек. Йә баҫыуға солярка илтергә киткән, йә яғыулыҡ-майлау материалдарын һатыусылар менән осрашыуҙа. Беҙ килер алдынан ғына арыш тейәлгән КамАЗ-ды Мәләүез элеваторына оҙатҡайны. Бер һүҙ менән әйткәндә, орсоҡ һымаҡ бөтөрөлә! “Шулай булмаһаң, фермер булып булмай”,- ти Венер Фәнил улы.

ШЭ В. Хәлитов 52 гектар майҙандан ужым арышын гектарынан 30 центнерҙан ашыу уңыш менән йыйып алған. Әйтеүҙәренсә, бер өлөшөн элеваторға оҙатҡандар, бер өлөшөн келәттәренә һалғандар. Илдус Хәлитов менән Рәмзил Кәшәев арыштан һуң икенсе культураны таҙартыуға әҙерләйҙәр ине.

Сиратта- арпа, яҙғы бойҙай, малдарға һоло-кәрешкә һәм көҙгә инде көнбағыш сабаһы бар. Фермерҙың техникаһы етерлек, ике иген йыйыу комбайны бар. “Нива”ла –Иршат Аҡсурин, “Нива-эффект”та фермер үҙе эшләй.

15 августа иртәнән сыҡ кипкәндән һуң, арпа сабыуға тотонғандар. ЖВП-6 тағылмалы сапҡыслы МТЗ-80 тракторында Зиннур Багаев саба.

-Яҡшы уңыш көтәбеҙ, яҡынса гектарынан 22 центнер булыр, тип уйлайбыҙ,- ти Венер Фәнил улы.

Беҙ ҙә фермерҙарға сығымдарын ҡапларлыҡ, килемле уңыш теләйбеҙ.


Гөлрайхан БАҠЫЕВА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: