+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Сентябрь 2018, 11:08

Ураҡ эштәрен тамамлайҙар

“Азат” йәмғиәте аграрийҙары хаҡында шулай тип әйтергә була. Аяҙ көндәрҙә азаттар ужым культураларын сәсеүҙе һәм яҙғы культуралар уңышын йыйыуҙы тамамлап килә.

Ураҡ эштәре барышында хужалыҡ етәкселәрен кабинеттарында осратыу мөмкин түгел, бына баш инженер Гәрәй Яҡуповты ла алдан кеҫә телефоны аша һөйләшеп килешкәнгә генә машина-тракторҙар оҫтаханаһында тап иттек. Иртәнән кискә тиклем Гәрәй Хәйбрахман улы баҫыуҙа, техника ватылыу осрағында һәр механизаторға ярҙамға барырға әҙер.

“Азат” йәмғиәтендә элекке “Путь Ленина” исемен йөрөткән ауыл хужалығы предприятиеһы барлыҡҡа килгән көндән бирле эшләй. Мәктәп йылдарында ла эшләгән, ә армиянан һуң инде эшкә рәсми урынлашҡан. Әле Гәрәй Яҡупов тәжрибәле белгес, техниканы яҡшы белә, баҫыу кампанияһы барышында һәр комбайндың, тракторҙың эшен контролдә тота. Беҙ килгән көндә уның тыуған көнө ине, 61 йәшендә ул яҡшы физик формала, күтәренке кәйефтә, киләсәктә эшләү теләге менән йәшәй.

Баҫыуҙарҙы ҡарап йөрөгәндә баш инженер азаттарҙың Үрге Яуыш бүлексәһендә 100 гектарға ужым бойҙайы, Новоселка бүлексәһендә 150 гектар тирәһе майҙанға сәсәһе ҡалыуын әйтте. Ике бүлексәлә лә сәсеү ике сменала башҡарыла. Үрге Яуышта “Амазония” сәсеү комплексында, тракторлы “Кировец 744” агрегатында тәжрибәле механизаторҙар Илдус Һөйәрғолов менән Тәлғәт Дашкин эшләй. Азаттар “Ноутилл” технологияһы буйынса сәсә, сәсеү алдынан агрегат тығылмаһын өсөн баҫыуҙы Айҙар Дашкин дискылай.

-Быйыл яңы сәсеү комплексы һатып алыуыбыҙ яҡшы булды,- тип билдәләне Гәрәй Хәйбрахман улы.- “Амазония” ярҙамында быйыл яҙ һәм көҙ биш мең гектарҙан ашыу майҙанға сәсәсәкбеҙ. Баш инженер менән механизатор Тәлғәт Дашкин да килешә, сөнки сәсеү мәле тиҙерәк һәм еңел үтә, агрегат тығылмай. Смена эсендә 100 гектарға сәсәләр. 20 гектарға етерлек орлоҡ һалына, был 2-2,5 сәғәт эш тигәнде аңлата. Водитель өсөн бөтә уңайлыҡтары булдырылған яңы трактор ҙа эштә һынатмай.

Үрге Яуыш баҫыуҙарында ураҡ эштәре ойошҡанлы, оператив рәүештә бара. Дүрт “Акрос” комбайнында ағалы-ҡустылы Илдус менән Илһам Әлибаевтар, Кинйәғолов Илдар менән Усманов Айҙар эшләй. Уңышты ырҙын табағына КАМАЗ-дарҙа Иван Сальников менән Василий Евдокимов ташый. Бер-ике көндән иген урыу эштәре тамамланасаҡ, унан инде ҡарабойҙай һәм көнбағыш өлгөрәсәк.

Новоселка бүлексәһендә яҙғы бойҙайҙы өс комбайн менән йыялар, сәсеүгә “Омичка” сәскестәре менән өс агрегат йәлеп ителгән. Механизаторҙар көндәр имен торғанда баҫыуҙарҙағы эштәрҙе тамамлау өсөн намыҫлы эшләргә, норманы арттырып үтәргә тырыша. Шунан ямғыр яуһа ла насар булмаҫ...


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: