+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Сентябрь 2018, 11:25

Тамырыңды ҡоротма, нәҫелеңде онотма

Әҙәм балаһының үҙ шәжәрәһен, тыуған ауылының, төбәгенең тарихын белеү талабы ата-бабаларыбыҙҙан килә. Тамырҙарыңды белеү, эҙләү һәр кешенең изге бурысы булып һанала. Шуға ла йәйҙең һуңғы аҙнаһында Насировтар туғандарын барлау өсөн үҙ нәҫелен бергә йыйҙы.

Шәжәрә байрамы Өсбүләк мәктәбе эргәһендә, бик матур, миләш ағастары шаулап үҫкән урында барҙы. Сараға килеүселәрҙе иң тәүҙә күргәҙмәгә ҡуйылған ҡул эштәре йәлеп итте. Бында Насировтарҙың боронғо һөнәрҙәрҙе юғалтмауы, уларҙы быуындан-быуынға тапшырып камиллаштыра барыуы, тырыш халыҡ булыуы бөтә тулылығы менән сағылдырылғайны. Тегеүселәрҙең, бәйләү-сигеү, аш-һыу оҫталарының булдыҡлылығы күренеп торҙо.

Мәртәбәле ҡунаҡтар- район хакимиәте башлығы урынбаҫары Э. Н. Сәлишевты, район китапханаһы директоры З.Р. Мөхәмәтйәнованы, Дедово ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Ю.А. Фадеевты ауылыбыҙҙың бренды булған баллы сәк-сәк менән ҡаршы алдылар. Ҡунаҡтар өсбүләктәрҙе байрам менән ысын күңелдән тәбрикләне һәм Өсбүләк ауылында ғүмер итеүселәрҙе тырыш, булдыҡлы кешеләр булараҡ билдәләп үтте.

Артабан һүҙ Мәләүездән тыуған ауылына ҡунаҡҡа ҡайтҡан Айһылыу Ҡадироваға бирелде. Ул ҡунаҡтарҙы Өсбүләк ауылы тарихы менән таныштырҙы. Ауылыбыҙға яуыз Иван эҙәрлектәренән ҡасып, өс бер туған Әптерәзәк, Миңкәй, Шамғолдоң был яҡтарға килеүе, ҡуйы урман, саф һыулы шишмәләргә бай төбәгебеҙҙе өс өлөшкә бүлеп, ошонда төпләнеүҙәре хаҡында бәйән итте. Килгән ҡунаҡтар ауылыбыҙ, Ашҡаҙар йылғаһы башы тарихын ҡыҙыҡһынып тыңланы, өсбүләктәр иһә бер нисә йөҙ йыл элек булған ваҡиғаларҙы йәнә бер мәртәбә күҙ уңынан үткәрҙе, онотҡондарҙы иҫкә төшөрҙө.

Шунан һүҙ Насировтар ғаиләһенә бирелде. Улар ҡунаҡтарҙы Фәүзиә инәйҙең һандығы менән таныштырыуҙан башланы. Ул бик серле һандыҡ булып сыҡты. Унда быуындан-быуынға тапшырыла килгән шәжәрә ҡулъяҙмаһы, өләсәйҙәренең күңел йылыһын һалып бәйләгән шәлдәре, сиккән таҫтамалдары,туҡылған балаҫтары һалынған. Насировтар иң тәүҙә 10 быуынлы нәҫел ағасы- шәжәрәгә иғтибар итте, әлбиттә. Уны уларға күп йылдар Пермь өлкәһендә йәшәгән Ғафур ағайҙары үҙ ҡулы менән яҙып-һыҙып ҡалдырған. Нәҫел байрамында тарихи иҫтәлектәр күрһәтелде, байтаҡ йылдар элек яҙып ҡалдырылған шиғырҙар, таҡмаҡтар яңғыраны, боронғго уйындар уйнатылды. Һәр сығыш йыр-моң менән үрелеп барҙы. Ҡунаҡтарға бигерәк тә Эльвира менән Гүзәл Сиразетдиноваларҙың, Фәриҙә менән Наҙгөл Насироваларҙың, Фәриҙә Рәхмәтуллинаның, Алһыу, Айһылыу Ҡадироваларҙың башҡарған йырҙары оҡшаны. Гөлөм менән Рәмил Сиразетдиновтарҙың дуэтын да халыҡ бик йылы ҡабул итте.

З. Фәйзуллина һәм Г. Ишмөхәмәтова тамашасылар иғтибарына үҙҙәренең ижад емештәре- шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Байрамда шулай уҡ З.Насирова, Л. Ҡадирова сығыш яһаны. Зөлфиә Рәфҡәт ҡыҙы 1907 йылда ауылда мәҙрәсә һалыныуы һәм унда аталы- уллы Хәммәтсабир менән Закир Насировтарҙың шәкерттәргә дини белем биреүен, совет власы урынлашҡас, был зыялы, уҡымышлы кешеләрҙең эҙәрлекләүҙәргә түҙә алмайынса, Урта Азия яҡтарына сығып китеүен бәйән итһә, Люциә Миҙәт ҡыҙы Әбделғәлим олатаһы менән Рабиға өләсәһенең ҙур, татыу ғаиләһе тураһында бәйнә-бәйнә һөйләне. Бөгөнгә иң тармаҡлы быуын булыуын, ауылда дүрт быуындың татыу, берҙәм йәшәүен ғорурланып билдәләне.

Сара аҙағында Стәрлешбаш районынан килгән (тыумышы менән ошо нәҫелдән) Наилә Шәкүр ҡыҙы Шәрипова сараның төптән уйланып төҙөлөүенә, әлеге нәҫелдең сикһеҙ талантлылығына баҫым яһаны һәм әлеге шәжәрә байрамын өлгөлө сара, тип билдәләп үтте.

Насировтар шәжәрә байрамына килеп, быуындар теҙмәһен барлап ҡына ҡалманы. Нәҫел, ғаилә тарихы аша үҙҙәренең кемлеген, сығышын, был яҡты донъяға ниндәй эштәр башҡарырға килгәнлеген, үткәндәрен, халҡының тарихын, килеп сығышын асыҡлай алды.

“Үткәнен белмәгәндең киләсәге юҡ”,- ти беҙҙең халыҡ. Тимәк, шәжәрәһе билдәле булған Насировтар ғаиләһе үткәненә ихтирамлы халыҡ-игелекле киләсәккә лайыҡ халыҡ! Киләсәктә лә нәҫел ағастары ҡоромаһын, мәңге йәшел булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Зилә ФӘЙЗУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: