+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Сентябрь 2018, 11:14

Иҫәп приборы менән уңайлыраҡ

Бөгөн “Водоканал” йәмғиәтенең баш инженеры Елизавета Сергеевна Недоспасова менән улар хеҙмәтләндергән территорияла халыҡты һыу менән тәьмин итеү һәм предприятиеның проблемалары тураһында һөйләшәбеҙ.

-Участкаларҙа халыҡты һыу менән тәьмин итеү эштәре нисек?

- “Водоканал” йәмғиәте Федоровка, Бала Сытырман һәм Гончаровка ауылдарын бер туҡтауһыҙ һыу менән тәьмин итә. Беҙ санитар режимды етди үтәйбеҙ, системаны тейешеле хәлдә тоторға тырышабыҙ һәм эсәр һыуҙы зарарһыҙландырыу буйынса талаптарҙы үтәйбеҙ.

Йәйге осорҙа беҙ барыһын да һыу менән тәьмин иттек.

- Халыҡ һыу өсөн ваҡытында түләйме?

-Бик көнүҙәк һорауҙы бирҙегеҙ. 2011 йылдың 7 декабрендәге 416-сы Федераль законға ярашлы, һыу- газ, электр энергияһы һымаҡ уҡ, энергия ресурстарына инә һәм уның өсөн түләү ваҡытында, йәки ай һайын башҡарылырға тейеш. Әгәр ике осор дауамында түләүҙәр булмаһа, һыу менән тәьмин итеүҙе туҡтатыу йәиһә сикләү буйынса саралар күрелә. Өс ай буйы түләмәгән осраҡта, абонент почта аша йәиһә шәхси рәүештә киҫәтелә, беҙ судҡа мөрәжәғәт итергә тейеш. Ни өсөн “тейеш”? Сөнки бығаса “Водоканал” йәмғиәте тарафынан саралар һүлпән күрелде, әммә әлеге иҡтисади хәл быны эшләргә мәжбүр итә.

- Һыуҙы иҫәпләү приборын ҡуйыу мәсьәләһе нисек хәл ителә, һөйләп үтмәҫһегеҙме?

-Халыҡ өсөн һыуҙы иҫәп приборын файҙаланып ҡулланыу яйлыраҡ буласаҡ, шул саҡта йорттағы баҡсаларға һыу һибеү буйынса һорауҙар ҙа булмаясаҡ. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, кешеләр иҫәп приборын ҡуйырға ашыҡмай. 2009 йылдың 23 ноябрендәге “Энергияны һаҡлау тураһында”ғы 261-се Федераль законға ярашлы, халыҡ файҙаланған энергия ресурстарын экономияларға тейеш. Иҫәп приборы булмаған осраҡта һыуҙан файҙаланыу нормативы артырға тейеш. Быйыл ул 1,65 тәшкил итә. Бығаса саралар күрелмәне, шуға ла хәҙер ҡануниәт базаһы буйынса эшләйәсәкбеҙ. Әгәр ҙә иҫәп приборҙары ҡуйылмаған булһа, 2014 йылдан яңы йорттар файҙаланыуға ҡабул ителмәйәсәк. Ә бығаса һалынған йорттарҙа уларҙың булыуы мотлаҡ, сөнки был ҡулланыусыларҙың аҡсаһын янында ҡалдырыу мөмкинлеген бирә.

- Түләмәүселәр менән ниндәй эш алып барыла?

- Эйе, билдәле эштәр алып барыла, суд ҡарарҙары ла бар. Йортта бер кем дә йәшәмәһә (иҫке, ташландыҡ, тик реестрҙа һыу ҡулланыусылар иҫәбендә торған йорттар бар) һыу биреүҙе туҡтатыуға ғариза яҙырға кәрәк. Түләү суммаһы компьютер программаһы менән иҫәпләнә, ул автоматик рәүештә теркәлгән кеше һанынан иҫәпләй.

- Көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек нисек бара?

- Ҡышҡылыҡҡа әҙерлек осорона саралар планы әҙер. Икенсе подъем скважинаһында һәм Бала Сытырман ауылындағы таҙартыу ҡоролмаһындағы насостар алмаштырылды. Федоровка ауылының икенсе һәм бишенсе скважинаһындағы насос алмаштырылды. Бала Сытырман ауылында 200 метр һыу үткәргес селтәре яңыртылды. Һыу башняларын хлорланыҡ. Бала Сытырман ауылындағы авария хәлендәге участкалар борсоуға һала. Ҡышты аварияларһыҙ сығыу өсөн бөтәһен дә эшләргә тырышабыҙ.

-Яуаптырығыҙ өсөн рәхмәт.

Светлана ЗАЙЦЕВА
Читайте нас: