+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Сентябрь 2018, 11:13

Көслө рухлылар тауҙарға артыла

Илдар Фәрит улы Йосопов етәкселегендәге туристар командаһы менән республикабыҙҙың ниндәй генә хозур тәбиғәт мөйөштәрендә булманыҡ беҙ. Тик күңелемдә йөрөткән, барып күреү теләге менән янған бер урын бар ине әле. Бына, ниһайәт, хыялым тормошҡа аша – беҙ өс көнлөк походҡа йыйынабыҙ.

Кесе Шелом

Рюкзактарыбыҙға бөтә кәрәкле нимәләрҙе лә тултырып, беҙ, 11 кешенән торған команда, киске сәғәт ун берҙә автобуста Силәбе өлкәһенең Теләк ауылына юл тоттоҡ. Кемдәрҙер көс йыйыу өсөн йоҡоға талды, ә тәбиғи парктың матур тәбиғәтен күрергә ашҡынғандар керпек тә ҡаҡмай төн үткәрҙе. Был ауылға беҙ таң атҡас ҡына барып еттек. Йылы автобустан төшөү менән алдыбыҙҙа йәйрәп ятҡан, бейеклеккә олғашҡан Ирәмәлде күреп шаҡ ҡаттыҡ. Ә беҙ уның итәгендә генә әле. Әммә етәксебеҙ “тауҙарҙан быға тиклем күрмәгән тауҙар ғына яҡшыраҡ була ала” тип хәл итеп (ул бында төрлө төркөмдәр менән бер нисә тапҡыр булған), беҙҙе бөтөнләй икенсе яҡҡа әйҙәләне. Беҙҙең хыял – Ирәмәлдең осонда булыу булһа, уныҡы башҡа – ошо хозурлыҡҡа Ҙур Шелом тауынан күҙ һалыу. Тиҙ генә тамаҡ ялғап алдыҡ та, рюкзактарҙы йөкмәп, урманға инеп киттек. Ямғыр яуып торһа ла, ул беҙҙең кәйефте ҡыра алырлыҡ түгел. Бахты һырты буйлап ярты көн барғас, таҙа һыулы Йүрүҙән йылғаһы ярында төшкө ашты ашаныҡ та, артабан киттек. Һул яҡлап Александровка ауылы ҡала. Илдар Фәрит улы һөйләүенсә, унда староверҙар йәшәй. Ауылда электр бағаналары ла, газ торбалары ла, һыу үткәргестәр ҙә юҡ, тик ҡояш батареялары ғына тора. Шулай булһа ла, ярайһы ҙур ғына йорттар, ҡаралған ихаталар күренә. Бер аҙ ял итеп, ошо һуҡмаҡта уҡ ятып йоҡлап алғас, йәнә маҡсатыбыҙға ҡарай юл тотабыҙ. Бында телефондар тотмай, һуҡмаҡ та тарайғандан тарая. Шеломға күтәрелергә теләүселәр күп түгел, сөнки бөтә туристар ҙа тиерлек Ирәмәлгә бара. Шуға ла урманда беҙ үҙебеҙ генә кеүек. Тайга. Матурлыҡ. Тынлыҡ.

Көтмәгәндә тауыштар ишетәбеҙ. Баҡһаң, бындай энтузиастар бер беҙ генә түгел икән. Беҙгә Миасстан уҡыусылар төркөмө осрай. Юлды аңлатып, тәьҫораттары менән бүлештеләр ҙә, артабан йүгерҙеләр. Уларға бөгөн Александровкаға сығып өлгөрөргә кәрәк. Ә беҙ, төнгә тиклем Ҙур Шеломға барып етмәҫебеҙҙе аңлап, Кесе Шеломға етергә ҡарар итәбеҙ. Асыҡҡан һәм арыған йәндәр тау итәгендә туҡталдыҡ. Көс ҡалманы, усаҡта киске аш бешкәнсе палаткалар ҡуйҙыҡ, ашап алғас, шунда уҡ ятып та йоҡланыҡ.

Иртән өшөүҙән иртәрәк тороп, сәй ҡайнатып йөрөүселәрҙең тауышынан уяндыҡ. Һуҡмаҡ эргәһендә бөтә әйберҙәребеҙҙе ҡалдырып, Кесе Шеломдың осона ҡарай юл алдыҡ. Ҡурай еләге ҡыуаҡлыҡтары осрай. Уларҙың һындырылған ботаҡтары, туҙҙырылған ҡырмыҫҡа оялары күптән түгел бында урман хужаһы булып китеүенә ишаралай. Тағы ла юғарыраҡ курумдар – таш йылғалары башланды. Был ҙур таштар тау итәгенән аҫҡа ҡарата “ағып” барған кеүек. Ә беҙ тау башына ашығабыҙ, иртәне шунда ҡаршы алғы килә. Ниһайәт, менеп еткәс, еңел һулап ҡуйҙыҡ. Иҫ киткес күренеш: тирә-яҡта тайга урманы, йылға буйынан томан күтәрелеп килә, яҡындағы ҡалҡыулыҡтар, һырттар ус төбөндәгеләй. Алыҫ түгел Ҙур Шеломдың түбәһе ағарып күренә, беҙ уға тиклем бер нисә саҡрым барып етмәгәнбеҙ. Бына ҡайҙа ул ысын азатлыҡ һәм матурлыҡ менән һоҡланырға мөмкин. 1427 метр бейеклектә иҫтәлеккә фотоға төшәбеҙ ҙә, аҫҡа ашығабыҙ. Беҙгә Теләккә тиклем кире 28 саҡрым ара үтәһе бар әле.

Кире юл да еңелдән бирелмәне. Аяҡтар арыған, рюкзактар, аҙыҡ-түлек аҙайыуға ҡарамаҫтан, тағы ла ауырыраҡ кеүек тойола. Ирәмәлдең итәгендә урынлашҡан Теләк ауылына кискә генә барып сыҡтыҡ. Палатка ҡорор өсөн урынды оҙаҡ ҡына эҙләнек, туристар бик күп. Утын табыу ҙа еңел булманы. Ауыл буйлап йөрөп килергә ниәтләйбеҙ, тик киске ашты ашағас, бер ҡайҙа ла бармаҫҡа булдыҡ. Бөтәбеҙҙә лә тик бер генә теләк – ял итергә һәм йоҡларға.
Читайте нас: