Район халҡына ул табип-стоматолог булараҡ яҡшы таныш. Район дауаханаһында ул 33 йыл инде теш һыҙлауҙарынан арындырыусы хирург булып эшләй. Был ҡәбәхәт һыҙланыуҙар ҙа бит кәрәкмәгән саҡта – йә төндә, йә ял көндәрендә, йә кис төшкәс кенә башлана – барыһы ла, шул иҫәптән медиктар ҙа ял иткән саҡта! Был ауыртыуҙарға түҙерлек түгел, тик шуныһы тынысландыра – ул кеше хәленә инә белә, бөтә эшен ҡалдырып, һиңә мотлаҡ ярҙам итәсәк... Ул шулай уҡ белгес-ортопед та, матур итеп тештәр ҡуя, күпме кешегә иркен йылмайыу, ризыҡты теләгәнсә сәйнәп йотоу мөмкинлеген биргән ул.
Эйе, һүҙебеҙ халыҡ теле әйтмешләй, “теш алыусы Зөфәр” хаҡында бара. Зөфәр Сәләхетдин улы Иманғолов үҙенең 60 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршылай.
Аҡбулат ауылында Зөфәр биш бала араһында өсөнсө булып донъяға килгән. Апай-ағаһының ҡушҡандарын тыңлап башҡарып, бәләкәс туғандарын ҡарашып, яуаплы егет булып буй еткергән ул. Яҙмыш һынауҙарҙан да азат итмәгән – кескәй һеңлеһе Рәзинәгә 11 йәш кенә булғанда улар әсәйһеҙ ҡала. Атаһы, Зинур ағаһы һәм Рәмилә апаһы менән бергәләп ул да ике бәләкәй һеңлеһе әсәйһеҙ үҫкәнгә етемлек ғазаптарын кисермәһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышҡан. Хәстәрлекле булыу уның аңына һеңеп ҡалған - әле булһа уларҙы бәләкәй ҡыҙҙар кеүек күреп, ярҙам ҡулын һуҙырға һәр саҡ әҙер тора, кәңәштәре, өгөт-нәсихәттәре менән булыша, хәлдәрен дә күҙҙәренә генә ҡарап аңлай белә. Үҙенең ҡыҙы менән улы ла - әсәйһеҙ, ә үҙе ҡатынһыҙ ҡалғас, үҙ балаларының да ҡайғыһы тәрәнлеген яҡшы аңлаған, яҡындары менән бергә ошо мәңгелек юғалтыу әсеһен татыған, кисергән ул. “Телефон аша ҡыҙы Ләйсән менән ниндәй яғымлы итеп һөйләшкәнен ишетһәгеҙ икән, Вадим улын да иркәләп кенә хәстәрләй. Бындай атайҙар һирәктер ул,-ти уның хәҙерге ҡатыны Сәлисә Тәлғәт ҡыҙы. – Ейәндәребеҙгә өлөгөлө олатай ҙа әле ул. Уның ғаилә башлығы, тормош иптәше булараҡ хәстәрлекле, иғтибарлы булыуына һәр саҡ һоҡланып ҡарайым. Зөфәр бөтә эште лә яйлы ғына итеп ойоштора белә, барыһы ла үҙенән-үҙе килеп сыҡҡан кеүек тойола. Һөнәри оҫталығы өсөн уны ихтирам итәм, ул нисә йәштә булмаһын, һәр кем менән дә уртаҡ тел таба ала, әллә кемдәрҙе әллә күпме быуынына тиклем белә. Уны беҙ генә түгел, туғандары, пациенттарыбыҙ, хеҙмәттәштәребеҙ ҙә хөрмәт итә һәм ярата, буғай. Ул – һәр компанияның уртаһында була – үҙе йырлай, гармунда уйнай, йор һүҙле, күңелсәк кеше. Туғандары өсөн ысын таяныс һәм терәк тә ул. Был да бит бик кәрәкле сифат”.
“Ер йөҙөндәге иң яҡшы ағай ул! – ти Зөфәр Сәләх улының һеңлеһе Рәзинә Аҡсурина.- Хәҙер генә ярҙам итә алмаған сағында ла булышлыҡ итеү юлын таба, мәшәҡәттәребеҙҙе юҡ итә белә. Уға, ағайҙарыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Ағайымдың башҡаларға ярҙам итеүсе яҡшы белгес булыуы менән ғорурланам. Һәр кемдән рәхмәт ишетеп кенә йәшәй ул һәм шулай булһын да”.
Мәҡәләнең башында яҙылған һүҙҙәр – яҡындары исеменән әйтелгән теләктәр. Уларға өҫтәп пациенттарының фекерҙәрен генә еткерәйек – был иң дөрөҫ ҡылыҡһырлама булыр.
Светлана: “Ҡыҙымдың теше һелкенә, һыҙлай ине, янына бер кемде лә ебәрмәй. Зөфәр Сәләх улына барҙыҡ. Ул: “Тешеңде күрһәт әле”,- тип яңағын тотто ла, ҡыҙым ауыҙын асып та өлгөрмәне, ҡараһаҡ, теш уның ҡулында инде. “Ҡара әле, тешең үҙе ҡулыма һикерҙе”,-ти. Бала илап та, аңлап та өлгөрмәне. Тылсымсы табип инде әллә!”
Артур: “Тешем һыҙлай ине. Стоматолог-терапевт ҡараны ла, хирургҡа ебәрҙе, дауалап булмай, алдырырға кәрәк, тамыры әҙ генә күренеп тора, тине. Зөфәр Сәләх улы ҡараны ла, укол ҡаҙаны. “Тә-әк”, тип аяҡтарын терәп баҫты ла, үҙе нимәлер һөйләнә, хәҙер ауырта инде тип әҙерләнеп тә өлгөрмәнем, ул миңә тешемде күрһәтә: “Ҡара әле, тамыры ниндәй булған!” Шулай тиҙ ҡотолғаныма шатландым ғына“.
70 йәшлек пенсионерка Венера тештәрен күрһәтә: “Зөфәр ҡуйғайны. Үҙе шәп эшләй икән. Сифаты – ынйымы ни, үҙемдеке кеүек. Ике йыл инде был тештәргә, бер ни ҙә булғаны юҡ әле”.
Гөлрайхан БАҠЫЕВА әҙерләне.