+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Октябрь 2018, 11:02

Эш бар, иң мөһиме - теләк булһын

Йәш белгестәр белем алғандан һуң кесе тыуған яғын ташлап, ҡалаға китә һәм эш табып, унда ҡала. Шул уҡ ваҡытта Фёдоровка районында ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, табиптар, педагогтар, башҡа белгестәр етмәй. Эшкә һәләтле граждандарҙың эшләгеһе килмәй, йә булмаһа талап ителгән белгеслеккә тап килмәйҙәр, йә эш мәсьәләһендә әүҙемлек күрһәтмәйҙәр.

Мәшғүллек тураһында Фёдоровка районындағы мәшғүллек үҙәге начальнигы Рәфис Ғилметдин улы Ишмөхәмәтов менән һөйләштек.

-Рәфис Ғилметдин улы, бөгөнгә күпме эшһеҙ кеше иҫәптә тора?

-Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, беҙҙә эшһеҙ булараҡ 83 кеше иҫәпкә баҫҡан. Былтырғы менән сағыштырғанда уларҙың һанының әҙәйеүен билдәләргә кәрәк.

-Йыл башынан эшкә урынлаштырыу хәле нисегерәк?

-Йыл башынан беҙ 204 кешене эшкә урынлаштырҙыҡ, шуларҙың 125-е- 14 йәштән 18 йәшкә тиклемгеләр. Эш эҙләүселәр беҙгә эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан 17.00 сәғәткәсә мөрәжәғәт итә ала. Беҙ һеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ. Йыл да эш урындары вакансиялары йәрминкәһе уҙғарыла. Уларҙы йәштәр, инвалидтар, пенсияға тиклемге граждандар өсөн ойошторабыҙ. Һуңғыһы 27 сентябрҙә үткәрелде.

-Һөнәр һайлау хаҡында уйлаған мәктәп уҡыусылары менән ниндәй эш алып бараһығыҙ?

-Сығарылыш мәктәп уҡыусылары өсөн яңы уҡыу йылы- имтихандарға ғына әҙерләнеү түгел, киләсәккә һөнәр һайлауҙы ҡайғыртыу осоро ла. Был мөһим этапта уларға ярҙам күрһәтеү уңайынан Фёдоровка районындағы мәшғүллек үҙәге сентябрь башында Фёдоровка 1-се һәм 2-се мәктәптәрендә дәүләт контрактын бойомға ашырыу сиктәрендә һөнәри йүнәлеш биреү, эшкә урынлаштырыу, өҫтәмә һөнәри белем биреү буйынса төркөм занятиеларын әүҙемләштерә.

Саралар барышында дөйөм белем биреү мәктәптәренең 9-11 синыфтары ниндәйҙер белгеслекте һайлағанда үҙеңде, шәхси- типологик үҙенсәлектәреңде белеү, хеҙмәт баҙары ихтыяждарын иҫәпкә алыу зарурлығын аңланы. Уҡыусыларҙың барыһы ла һөнәри мәнфәғәттәр һәм һәләтлелек диагностикаһын үтте, тикшереү һөҙөмтәләре буйынса тәҡдимдәр алды, хеҙмәт баҙарында һорау менән ҡулланыусы һөнәрҙәр рейтингы менән танышты. Сарала 60 кеше ҡатнашты.

-Һөнәри белем алыу курстары үткәреләме?

-Ике кеше Өфө ҡалаһы педагогтары етәкселегендә Күмертауҙа “Динамо” шәхси һаҡ учреждениеһында һаҡсы һөнәренә, тракторсылар курстарында өс кеше уҡый. Уҡытыу Мәләүездәге күп профилле һөнәри колледжда бара. Шулай уҡ эшһеҙ граждандарға һөнәри белем алырға тәҡдим итәбеҙ. Әле электр, газ менән иретеп йәбештереүселәр төркөмө комплектлана, электр ҡоролмаларын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса төркөм йыйыла.

-Ҡыҙыҡлы, аңғартмалы әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Оксана БУРКИНА.
Читайте нас: