+18 °С
Облачно
Баш
Рус
Тат
Общие статьи
3 Октября 2018, 08:42
"Кәйеф"
Иртән тороп күңелһеҙ, Барам уҡырға моңһоҙ. Тәңкә яурында алтын, Ҡунды осоп ботаҡтан. Китте еле көсәйеп, Осто алтын япрағым. Осто дуҫтары менән, Ятты һуҡмаҡҡа минең. Эй әйләндем арала, Әйләндем дә, йығылдым. Яттым оҙаҡ һоҡланып, "Ҡалай донъя - матур ҙа!". Боҙола ниңәлер көн, Юҡтыр кәйефе уның. Ҡайғырма уның өсөн, Сығыр ҡояшы кисен. Һуҡмағымда бер миҙал Йөрәк кеүек киҫелгән. Күңелемә йылы керҙе, "Ярата-а донъя беҙҙе!". Илшат Байыҡов
Добавить в предпочтительные источники Google
Иртән тороп күңелһеҙ,
Барам уҡырға моңһоҙ.
Тәңкә яурында алтын,
Ҡунды осоп ботаҡтан.
Китте еле көсәйеп,
Осто алтын япрағым.
Осто дуҫтары менән,
Ятты һуҡмаҡҡа минең.
Эй әйләндем арала,
Әйләндем дә, йығылдым.
Яттым оҙаҡ һоҡланып,
"Ҡалай донъя - матур ҙа!".
Боҙола ниңәлер көн,
Юҡтыр кәйефе уның.
Ҡайғырма уның өсөн,
Сығыр ҡояшы кисен.
Һуҡмағымда бер миҙал
Йөрәк кеүек киҫелгән.
Күңелемә йылы керҙе,
"Ярата-а донъя беҙҙе!".
Илшат Байыҡов.
Читайте нас
MAX
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"