+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Октябрь 2018, 11:19

Беҙҙә ҡаланыҡынан насарыраҡ түгел

Бына бер нисә көн инде Фёдоровка ауылы үҙәгендә юлдар ремонтлана, Социалистик урамындағы бер нисә йорт алдындағы майҙансыҡ төҙөкләндерелде. Был эштәрҙең ниндәй аҡсаға башҡарылыуы хаҡында район хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге баш белгесе П.А. Корчагиндан һорашып белештек.

- Павел Анатольевич, автоһәүәҫкәрҙәрҙең ауылдың үҙәк урамдарынан яҡшы юл буйлап үтеү теләген нисек итеп бойомға ашырып булды?

- Район хакимиәте менән Башҡортостан Республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты араһында Фёдоровка ауылы үҙәгендә юлдарҙы капиталь ремонтлау тураһында килешеү төҙөү быға беренсе аҙым булды. Юл эштәре 2018 йылға Башҡортостан Республикаһының дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарын төҙөү, ремотлау, тотоу буйынса территориаль заказ сиктәрендә башҡарыла.

- Был объект күпмегә ремотлана һәм эште кемдәр башҡара?

- Смета хаҡы 5809 мең һум тәшкил итә. Юлдарҙы капиталь ремонтлау менән подрядсы «Башкиравтодор» филиалы - Фёдоровка юл төҙөү-ремонтлау идаралығы шөғөлләнә.

- Үҙәк майҙанды ремонтлау нисек барыуын да белге килә.

-Парк янындағы майҙанды «Монтажсервис» йәмғиәте төҙөүселәре ремонтлай. Улар бордюрҙар ҡуя, йәйәүлеләр юлын тәртипкә килтерә, бында төнгө яҡтыртыу өсөн бағаналар һәм ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Эштәр «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә башҡарыла. Объекттың смета хаҡы 650 мең һум тәшкил итә.

- Был объекттар ҡасан төҙөкләндерелеп бөтәсәк? Юлсыларҙың киләсәккә ниндәй пландары бар?

-Юлды һәм майҙанды ремонтлауҙы Республика көнөнә тиклем бөтөрөргә планлаштырабыҙ. аҙаҡтан «Башкиравтодор» йәмғиәте филиалы эшселәре фёдоровка ауылындағы күп фатирлы йорттар алдын төҙөкләндереүҙе дауам итәсәк.Социалистик урамындағы 65-се йорт алдында ла башҡараһы эштәр бар әле. Асфальт түшәү эштәренән һуң 57; 59; 61; 63; 65-се йорттар алдындағы майҙансыҡтарҙа төнгө яҡтылыҡ өсөн бағаналар, эскәмйәләр һәм сүп һауыттары ҡуйыласаҡ. Был эштәр «Ҡала мөхите» программаһы сиктәрендә, федераль, республика бюджеты иҫәбенә һәм ошо йорттарҙа йәшәүсе халыҡ тарафынан йыйылған аҡсаға башҡарыла.

Бала Сытырман ауылы Беренсе Май урамындағы 1; 3; 5 -се йорттарҙа был программа буйынса башҡарылаһы эштәр тамамланды, эскәмйәләр, сүп һауыттары һәм төнгө яҡтылыҡ үткәреү өсөн бағаналар ғына ҡуяһы ҡалды.

-Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрегеҙ өсөн рәхмәт.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА яҙып алды.
Читайте нас: