+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Октябрь 2018, 11:15

Тыңланы, иғтибарға алды

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Зариф Байғусҡаровҡа халыҡ үҙҙәрен борсоған төрлө һорауҙары менән килде. Граждандарҙың теләге буйынса исем-шәрифтәрен атамайбыҙ, күтәрелгән темаларҙы һәм ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы ғына әйтеп үтәбеҙ. Ҡабул итеүҙә район хакимиәте башлығы Венер Насретдинов та ҡатнашты.

Иң беренсе булып Фёдоровканан 3 төркөм инвалиды, пенсионер ҡабул ителде. Ул совет йылдарында алған наградаһы өсөн льгота билдәләүҙә ярҙам һорап килгәйне. Ул саҡтағы республика кимәлендәге етәксенең һүҙҙәрен дә иҫкә төшөрҙө, миҙал тапшырғанда уға ҙур пенсия тейеш буласаҡ, тип әйткән булған. Уға ул йылдарҙағы ҡарарҙарҙың күпселеге ғәмәлдә булмауы аңлатылды, федераль кимәлдә башҡа закондар ҡабул ителеүен әйттеләр. Әммә Зариф Закир улы үтенесте ҡулдан яҙып бирергә ҡушты һәм теүәлләйәсәген әйтте. Башҡа мөрәжәғәттәрҙе лә яҙып алды һәм контролгә аласағын белдерҙе.

Райондың производство участкаһы етәксеһенең эшләү өсөн ҡеүәтле техника бүлеүҙәрен һорауы буйынса фекер алыштылар: бының кәрәге бармы, районда бындай техника өсөн эштәр күләме булдырыла аламы. Иҡдисади яҡтан уға мохтажлыҡ килемле түгел, тип танылды. Депутат та үҙ фекерен белдерҙе, уның урмандарға, экологияға зыян килтереүе ихтимал. Бөйөрҙәре менән яфа сигеүселәр ҡалаға гемодиализға аҙнаһына бер нисә мәртәбә барыу өсөн техника биреүҙәрендә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Ундайҙар районда бер нисә кеше. Ҡабул итеүгә саҡырылған район дауаханаһы вәкиле был хәлде асыҡларға булышты. Был республика Сәләмәтлек министрлығы кимәлендә хәл ителә, Зариф Закир улы министрға үҙе мөрәжәғәт итергә вәғәҙә бирҙе.

Ике балалы ҡатын балаларының атаһынан алимент түләтеүҙә ярҙам һораны. Өлкән йәштәге хәрби хәрәкәттәр ветераны әле авария хәлендә булған йортта йәшәүе сәбәпле, торлаҡ һатып алыуҙа ярҙам һораны. Фёдоровканан ике кеше район кимәлендә хәл ителерлек- ер участкаларын ҡайтанан рәсмиләштереү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итте. Яңы Яуыш ауылынан КФХ башлығына ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуҙы субсидиялау мәсьәләһе буйынса район хакимиәте башлығы консультация бирҙе. Интернатты ремонтлау, таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялауҙы проектлау, йәтимде торлаҡ менән тәьмин итеү, ҡышын башҡорт аттарын аҫрау шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса ярҙам күрһәтеү тураһында мөрәжәғәт итеүсе кешеләрҙе Дәүләт Думаһы депутаты ҡабул итеп өлгөрмәне, уларҙың проблемаларын хәл итеүҙе үҙ ҡарамағына алды. Барыһына ла компетентлы, кәрәкле белгестәр йәлеп ителеп, тулы яуаптар биреләсәген белдерҙе.


Гөлрайхан БАҠЫЕВА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: