Бөгөнгә икмәк бешереү цехының ассотиментында 10-ған икмәк продукцияһы бар- күмәстәр, витушкалар, арыш, бойҙай, арыш-бойҙай һ.б. икмәктәре.
«Уңыш» кооперативы технологы Рүзилә Тәнзил ҡыҙы Яманһарина яңы ғына эшләй башлаған, ул район халҡына “Трапезный», бойҙай һәм, әлбиттә, «Украинские» булкалары хуш килеүен әйтте. Производствола тик тәбиғи сеймал ҡулланыла- 1 сортлы һәм юғары сортлы он, тәбиғи өҫтәмәләр- ҡомалаҡ һәм бер ниндәй ҙә консерванттарһыҙ!
Бәләкәй пред-приятиеның эшмәкәрлеге ошо принциптарҙан ғибарәт. Әйткәндәй, ҡомалаҡты предприятие хеҙмәткәрҙәре үҙебеҙҙең районда йыя, боронғо ысул менән әсетке эшләйҙәр.
Тәжрибәле икмәк бешереүсе Гөлиә Миҙхәт ҡыҙы Хөснөтдинова бында 33 йыл элек - 25 йәшлек сағында эшләй башлаған. Ҡулына яңы бешкән икмәкте алыуынан күренеп тора- ул эшен бик ярата. Буш ваҡытында алты ейәненә ойоҡбаш бәйләй, тегә.
Эш сменаһы 12 сәғәттә башланып, һуңға тиклем дауам итә. Икмәктең тәүге партияһы район магазиндары кәштәләренә сәғәт биштә барып етә. Икмәк бешереүселәрҙең ял итергә ваҡыты юҡ, яңы партия ҡамыр баҫырға кәрәк, шулай һәр көн. Барыһы ла бер-бер артлы башҡарыла.
Икмәк һәм икмәк изделиелары магазиндарҙа оҙаҡ һаҡланмай. Оҙаҡ йылдар эсендә даими һатып алыусылары барлыҡҡа килгән. Цехта өс белгес эшләй-икмәк бешереүселәр Гөлиә Хөснөтдинова, Лидия Гаврилова һәм икмәк бешереүсе- кондитер Фәриҙә Батыршина.
Беҙ һөйләшкән арала мейестән “Украинские” булкалары, шунан “Никитин” арыш икмәге, “Марьинский”, “Трапезный” икмәктәре бешеп сыҡты. Икмәк бешереү цехында яңы бешкән икмәк еҫе кәйефте һәм аппетитты күтәрҙе.