+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Октябрь 2018, 12:39

Юл хеҙмәте оҫтаһы

Район тормошо- туранан-тура юлдарға бәйле, өҙлөкһөҙ даими хәрәкәт. Һәр көн иртән кешеләр эшкә бара, балаларын мәктәпкә, балалар баҡсаһына илтә, өйҙәренә ҡайта, кемгәлер ашығыс рәүештә ҡалаға, йәиһә дауаханаға барырға кәрәк. Водителдәрҙең уңайлылығын “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Фёдоровка юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡайғырта.

Яңы юлдар төҙөү, иҫкеләрен ремонтлау- юл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең көндәлек ауыр хеҙмәте. Төрлө һауа торошонда ла, тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында ла улар ел-ямғырға ҡарап тормайынса, изге эш башҡара. Юл эштәренең сифаты өсөн, әлбиттә, көҙ-ҡыш махсус техниканың булыуы, уның яҡшы техник торошта булыуы мөһим.

Юрий Никитин Фёдоровка юл төҙөү- ремонтлау идаралығында 2007 йылдан бирле эшләй. Ошо йылдар эсендә етәкселек уның намыҫлы эшләүенә инанған, тик ыңғай яҡтан ғына ҡылыҡһырлай, ул ышаныслы, эшенә яуаплы ҡарашта, үҙ бурыстарын белеп башҡара, тиҙәр хеҙмәттәштәре уның хаҡында.

Малай сағынан техника, айырыуса тракторҙар менән ҡыҙыҡһынған. Кузьминовка мәктәбен тамамлағандан һуң, армияла хеҙмәт итеп ҡатйҡан. Шунан Күмертау автомәктәбендә водителгә уҡып сыҡҡан. Бер нисә йыл Калинин ис. колхозда ДТ-75 тракторында механизатор булып эшләгән.

Юл хужалығында тәүге мәлдә Т-150 тракторында эшләгән. Өфө ҡалаһында махсус курстар үткәндән һуң автогрейдерға ултырған. Бындай ҙур техниканы теләһә кемгә ышанып тапшырмайҙар. Сөнки бында оҫталыҡ ҡына түгел, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү, хәүефһеҙлек техникаһын үтәү мөһим. Техникаһы эштә һынатмаһын өсөн ул уны даими ҡарап, ремонтлап тора.

Юрий Михайлович намыҫлы эшләй, белгеслегенең бөтә үҙенсәлектәрен белә. Техникаһы ватылһа тиҙ арала йүнәтеп ала. Соҡор-саҡырлы урындарҙы ремонтлау, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, йәғни башҡа эш булһынмы, ул һәр саҡ эш уртаһында. Ул бөтә эшкә лә һәләтле, тәжрибәле хеҙмәткәр.

Яуаплы водителгә асфальт түшәү машинаһы ла беркетелгән. Был техникала ла ул яҡшы эшләй. Бындай оҫталар булғанда юлдарҙың сифаты һәм уңайлылығы өсөн борсолаһы юҡ.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: