+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Октябрь 2018, 11:15

Бойоғорға ваҡыт ҡалманы

Алдымда комсомол сағымдан ҡалған бер нисә фото ята: бына беҙ 1981 йылда иҫке клубта сығыш яһайбыҙ. Ауыл, Тыуған ил, комсомол тураһында һәм рус халыҡ йырҙарын башҡарабыҙ

Быныһы мәҙәниәт бүлеге йәштәр агитбригадаһының фотоһы. 1982 йылда ураҡ мәлендә “Пугачев” совхозының бер бүлексәһе баҫыуында механизаторҙар алдында сығыш яһағайныҡ. Агитбригада составында клуб, китапхана, музыка мәктәбе хеҙмәткәрҙәре- барыһы ла комсомолдар. Ул көндә беҙҙең менән бергә гәзитебеҙ фотохәбәрсеһе лә сыҡҡайны. Дөйөм алғанда, агитбригада йәйен дә, көҙөн дә, яҙын да, хатта механизаторҙар техниканы оҫтаханаларҙа сәсеүгә әҙерләгәндә лә сығыш яһай торғайны.

Йәнә бер 1987 йылғы фото, йәштәр кафеһы, беҙ унда айына бер-ике мәртәбә төрлө сараларға йыйыла инек. Саралар райпо ашханаһында уҙа ине, ултырғыстарҙы, өҫтәлдәрҙе үҙенсәлекле итеп теҙәбеҙ, жюри өсөн стенд эшләй торғайныҡ. Осрашыуҙарҙы Аҡсурина Нәфисә етәкселегендәге комсомол район комитеты ойоштора ине, икенсе секретары- Афтаева Татьяна. Беҙ уларҙың бүлмәләрендә осраша, буласаҡ саралар тураһында һөйләшә, репетициялар ойоштора, пландар төҙөй торғайныҡ. “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” уйындарында ҡатнашыусылар төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирә. Был уйындарҙа мәктәп уҡыусылары, район предприятиелары, ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, уйында уйнар өсөн махсус ялға ҡайтыусы студенттар ҡатнаша ине. 23 февралдә егеттәребеҙгә арнап үткәргән кисә хәтерҙә һаҡланған. “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” конкурсы күңелле үтте, унда бер нисә ҡыҙҙар командалары ҡатнашты.

Әлбиттә, йәштәр өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша ине- яңы клуб төҙөлгәндә беҙ шәмбеләрҙә ярҙамға килә инек. Китапхана төрлө саралар ойоштора ине. Райондың һәр ойошмаһында үҙенең комсомол бүлексәләре, үҙ әйҙәүселәре була, йыйылыштарҙа производство мәсьәләләре ҡарала, артта ҡалғандарға “эләгә” торғайны. Сәйәси мәғлүмәтләштереү сәғәттәре сәйәси яңылыҡтарға ғына түгел, көнүҙәк фильмдар тураһында фекер алышыуҙарға, совет рәссамдарының ижады менән танышуға бай була торғайны. Ә ял кисәләренең ниндәй күңелле булыуын белһәгеҙ! Иҫкә алыр нимәләр байтаҡ. Интернет юҡ, әммә бойоғоп та ултырмай инек.

Светлана ЗАЙЦЕВА.

Фотолар ғаилә альбомынан алынды.
Читайте нас: