+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Октябрь 2018, 11:06

«“Cтартаптар автобусы- бизнес-идеялар маршруты”

Йәш, эш башлаусы эшҡыуарҙарҙың бизнестарын асып ебәргәндә бихисап һорауҙары тыуа һәм проблемалары барлыҡҡа килә. Уларға ярҙам уңайынан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты БР Кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү фонды менән берлектә “Стартаптар автобусы” проектын ойошторҙо. Был проект сиктәрендә районыбыҙҙа оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.

Сарала районыбыҙ эшҡыуарҙары менән берлектә бизнес менән шөғөлләнергә теләүсе стәрлебаштар, көйөргәҙеләр ҡатнашты.

Эшлекле консультация биреү үҙәге етәксеһе, бизнес-тренер Илдар Килмәтов район хакимиәтенең ултырыштар залында йыйылған проектта ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Сара программаһы менән таныштырҙы, күргәндәрҙән һәм ишеткәндәрҙән күп файҙа алыуҙарын теләне. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нурфәйез Насретдинов ҡунаҡтарға райондың иҡтисади үҫеше хаҡында һөйләне.

“Стартаптар автобусы” проекты хаҡында БР Кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү фондының баш белгесе Рәил Әсәҙуллин сығыш яһаны. Проект эшҡыуарлыҡ субъекттарына һәм муниципаль берләшмәләр территорияларында яңы проекттарҙы булдырыу һәм бойомға ашырыу, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген һәм бизнес-идеяларҙы популярлаштырыу (идея тыуғандан алып проект булдырылыуға тиклем) булышлыҡ итеү уңайынан булдырылғайны. Уның маҡсаты- бер көндә эш башлаусы эшҡыуарҙарҙы заманса глобаль “белем экономикаһы” шарттарында көнәркәшлеккә һәләтле идеяларҙы булдырырға һәм бойомға ашырырға өйрәтергә.


Тәжрибәлеләр өлгөһөндә ликбез

Эш башлаусы эшҡыуарҙар өсөн күп йылдар эшләп килгән предприятие миҫал булып тора ала. Шуға ла “Стартаптар автобусы”нда ҡатнашыусылар “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәтенең (Гончаровка ауылы) үҙәк базаһында булды. Ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, предприятие директоры Рәсим Сәйетбатталов заман менән бергә атлаған эшҡыуар булараҡ, агротуризм элементтарын индереүен билдәләне. Әммә экскурсия өсөн билеттар урынына ул туристарға килемле әйберҙәр һатып алырға тәҡдим итте. Проектта ҡатнашыусыларға “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәтенең 60 төрҙән ашыу ит һәм 100-ҙән ашыу мамыҡ-ҡаурый продукцияһын етештереүе мәғлүм булды. Шулай предприятиеның эшлекле партнерҙары һәм халыҡ менән интеграция программаһы тураһында мәғлүмәт еткерелде.

“Агробазис” ауыл хужалығы тәьмин итеү-һатыу, эшкәртеү, хеҙмәтләндереү кооперативында 12 ағза иҫәпләнә, шулай уҡ “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәте лә. Кооперативтың дүрт ҡатлы бинаһында ҡаҙ итен эшкәртеү буйынса конвейер аныҡ ойошторолған. Беренсеһендә продуцияны һаҡлау өсөн һыуытҡыстар, икенсе һәм ҡалған ҡаттарында ҡаҙ һуйыу, эшкәртеү, ыҫлау һәм ҡаҡлау, вакуумлы төргәкләү цехтары урынлашҡан. Семинарҙа ҡатнашыусылар эштең бөтә этабын да күҙәтте, сығарылған продукция күләме хаҡында һорашты, йыһаз, ҡаҙҙарҙың тоҡомо һәм ҡаҙ һөйәктәренең һәм эске органдарының нимәгә китеүе менән ҡыҙыҡһынды.


Спикерҙарҙың сығыштары тыңланды

Тәжрибә менән уртаҡлашҡандан һуң ҡатнашыусылар файҙалы “Бизнес асыу тураһында ҡарарҙар ҡабул итеүҙең төп аҙымдары”, “Бизнес-идеяларҙы белдереү сығанаҡтары” оҫталыҡ дәрестәрен тыңланы. Бизнес- тренер Илдар Килмәтов- ҙур стажлы эшҡыуар. Ул ун йылдан ашыу туризм менән шөғөлләнә, Башҡортостандың йылғалары буйынса йөҙөүҙәрҙе ойоштора. Бизнес идеялары өсөн үҙең тирәләй проблемаларҙы эҙләргә кәңәш итте, дүрт “төшөнсә” ҡағиҙәһе (проблема, тәҡдим, мохтажлыҡ һәм файҙа) тураһында һөйләне, проблема халыҡтың мохтажлығын асыҡлауын аңлатты, уның ярҙамында аҡса эшләргә һәм районға файҙа килтерергә мөмкин, тине. Битум етештереү менән шөғөлләнә башлаған, шуның менән үҙ районында юлдар проблемаһын хәл иткән бизнесменды миҫалға килтерҙе.
Читайте нас: