Тағы бер приздар уйнатыуҙа төп бүләк ВЕЛОСИПЕД буласаҡ. Уны баш ойошмабыҙ – “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто ДУП бирә. Уңыш кемгә йылмайыр икән? Унан тыш һеҙҙе ике электр сәйнүк, ике төймәле кеҫә телефоны, дүрт бәләкәй сәйнүк, дүрт термос, сәй сервизы, һигеҙ контейнерҙар йыйылмаһы, ике көрөшкә, кәстрүл, 5-әр килолы ике тоҡ он көтә. Водителдәр араһында автомобиль саң һурҙырғысы, ике компрессор, яҡтылыҡты сағылдырыусы жилет, өс термо-көрөшкә уйнатыласаҡ. Йыуатыу приздары ла була.