Һатып алыусыларҙы һәм персоналды эвакуация ҡағиҙәләренә өйрәтеү өсөн янғын хеҙмәте даими рәүештә махсус янғын һүндереү күнекмәләрен үткәрә.
Башҡортостан Республикаһында сауҙа объекттарында янғын сығыу осраҡтары йышайыу сәбәпле, был юлы күнекмәләр Федоровка ауылының «Пятерочка» супермаркетында, «Универмаг» сауҙа нөктәләрендә, «Нурлы» сауҙа йортонда булды.Сараны «БР буйынса Федераль янғын һүндереү хеҙмәтенең 11 отряды» райондың башҡа хеҙмәттәре менән берлектә үткәрҙе.
92-се янғын һүндереү часы начальнигы С.Насиров әйтеүенсә, кешеләр күпләп булған урындарҙа янғын сыҡҡан хәлдә тиҙ яныусы әйберҙәр ундағы халыҡтың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф менән янай, ҙур матди сығымдарға килтерә. Шуға ла бындай хәлдәрҙә оператив булырға кәрәк. Был күп проблемаларҙан ҡотолорға ярҙам итәсәк. Күнекмәләр барышында янғын сыҡҡан саҡта магазин хеҙмәткәрҙәренең нимә эшләйәсәктәрен аңлаттылар, һатып алыусыларҙы эвакуациялау ҡағиҙәләренә өйрәттеләр.
Шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге талаптарының үтәлеше, биналарҙың эске яғы һәм келәттәрҙең төҙөлөшө тикшерелде. Аҙаҡ биналарҙың етәкселәре менән семинар-кәңәшмә булды. Уларға асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушылды.