+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ноябрь 2018, 12:33

Пациенттарҙың уңайлылығы өсөн

Муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы йәмәғәтселек советы вәкилдәре һәм район гәзите журналистары ҡатнашлығындағы эшсе төркөм район дауаханаһының пациенттарҙы хеҙмәтләндереү эшен тикшерҙе.

Әлбиттә, регистратуранан башланыҡ. Беҙ килгән көндә- шаршамбы, кеше бик күп түгел ине.

“Айырыуса дүшәмбе һәм йома халыҡ күп килә, сөнки баҙар көндәре. Барыһының да шәхси транспорты юҡ, ә автобустар ауылдарға йөрөмәй, тиерлек», -тиҙәр регистратура хеҙмәткәрҙәре.

Алдан яҙылыу ҙа эште еңеләйтә (ҡабул итеүгә тиклем бер көн алдан). Регистратура алдында сират тораһы юҡ, билдәләнгән ваҡытҡа табипҡа киләһе генә ҡала. Пациенттарға ла, хеҙмәткәрҙәргә лә уңайлы. Пациенттарҙан да һораштыҡ, күптәр шулай эшләй ҙә, күптәрҙең алдан яҙылыу тураһында ишеткәне лә булмаған (гәзитебеҙҙә бындай иғландар йыш була!), кәрәҙле элемтә булмаған ауылдар ҙа юҡ түгел.

Эргәлә генә шәфҡәт туташы посы эшләй, унда ҡан баҫымын үлсәргә, консультация алырға мөмкин. Уңайлы ла, регистратура хеҙмәткәрҙәренең эшен дә еңеләйтә.

Терапевт кабинеты янында торған ауырыуҙар менән дә һөйләштек. «Тере сират” тигән төшөнсә лә бар. Әммә алдан яҙылып килгәндәр табипҡа билдәләнгән ваҡытта инә ала. Бик уңайлы тиҙәр.

Күптән түгел дауаханала пациенттарҙың уңайлығы өсөн үҙгәрештәр индергәндәр, поликлиника кабинеттары буйынса пациенттарҙың үтеү хронометражын үткәргәндәр. Был бик оҙайлы процесс- кәрәкле кабинеттарҙы үтеү. Хәҙер беренсе ҡатта ЭКГ, процедура һәм профилактика кабинеты (диспансерлаштырыу буйынса) йәнәшә урынлашҡан. Күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, был пациенттар өсөн бик мөһим, сөнки хәрәкәт итеү проблемалы булған кешеләр ҙә байтаҡ бит. Әммә бының да үҙенсәлектәре бар, халыҡ күп булғанда коридорҙан үтеү мөмкин түгел, тиҙәр.

-Һаҡсыл производство, йәғни пациенттарҙың һәм медперсоналдың уңайлылығы өсөн дауахананың оптималләштереү процесын дауам итәсәкбеҙ, - ти район дауаханаһының баш табибы Руслан Хәбибуллин. – Был планда башҡа заманса дауаханаларҙың тәжрибәһен өйрәнәсәкбеҙ һәм беҙҙең шарттарҙа нимә эшләргә мөмкин булыуы хаҡында уйлаясаҡбыҙ.


Гөлрайхан БАҠЫЕВА.
Читайте нас: