-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ғинуар 2019, 11:30

Бөгөнгө тәфтиләүҙәр

Быуаттарҙан сеңләп киләЙыртҡыслыҡ, эҙәрләүҙәр;Килә ҡарғыш йыры булыпТевкелев - Тәфтиләүҙәр.

Быуаттарҙан сеңләп килә

Йыртҡыслыҡ, эҙәрләүҙәр;

Килә ҡарғыш йыры булып

Тевкелев - Тәфтиләүҙәр.

Динен һәм иманын һатып,

Суҡынып урыҫтарға,

Үҙ бәхетен тапҡан улар

Күҙ йәш, ҡан ҡойоштарҙа.

Һәр замандың, аһ, ҡыҙғаныс —

Бар үҙ тәфтиләүҙәре.

Уларҙы аңлауы еңел,

Ситен тәфсирләүҙәре.

Уҙған замандағыларҙың

Ҡулында ғәскәр, ҡорал

Уларға ҡорал яһарға

Байлығын биргән Урал.

Бөгөнгөләрҙең ҡоралы —

Вазифа, урын, исем.

Беҙ шундай аҡыллы баштар —

Уйлаһаң, китер иҫең.

Азатлыҡты теләнәбеҙ,

Булмаҫын белә тороп;

Ҡыланабыҙ урыҫҡа һис

Суҡынмағандар булып.

Суҡынғандар менән йәнем

Бөртөк булманы уртаҡ.

Ә иманымды яҡлап мин

Кермәнем утҡа — ҡурҡаҡ!..

Нимәнән икән ҡурҡырға —

Донъя бит үҙгәреүсән?

О, уны йыр яҙып ҡына

Үҙгәртеп булһа икән?!

Шуғалыр ҙа ялағайлыҡ

Ярыҡтарына боҫоп,

Хакимдарҙың саҙаҡаһын

Иманға бутап, ҡушып,

Сәмреғошло тәреләрҙе

Милли йәндәргә тағып,

Урыҫ менән беҙ мәңге дуҫ

Булдыҡ, тип саңдар ҡағып,

Кеше аңын томаларға

Беҙ оҫта булып киттек,

Ҡап - ҡара тарихты ап - аҡ

Еп менән ямап бөттөк,

Үҙен гел ҡол итеп тойған,

Азатлыҡ, тип ҡанын ҡойған,

Илдә яу саба - саба,

Ошо ялғандан ғәрләнеп,

Ҡәберҙәрендә әйләнеп

Ҡуялыр ата - баба.

Бөгөн дә урыҫ үҙ терәген

Тәфтиләүҙәрҙә күрә.

Төрлө - төрлө хәйлә ҡороп,

Милләт көрәген тоттороп,

Милләтте көрәттерә.

Тик бер Чечня ҡоя ҡанын,

Үҙ өҫтөнә алып барын, —

Башҡалар тора ҡарап.

" Ниндәй һуғыш был?" — тигәнгә,

Ишетелмәй бер кемдән дә

Асыҡ һәм дөрөҫ яуап.

Йылдар үтә... Кеше күнә...

Әкренләп шым, шып - шым һүнә

Милләттәр, илдәр, телдәр...

Ҡурҡыныс һәм яманыраҡ

Бөгөнгө тәфтиләүҙәр!..

Назар Нәжми

1996
Читайте нас: