-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ғинуар 2019, 11:18

Был аҙнаға йондоҙнамә

Ылаҡ (22.12 – 20.01)Был арала күпселек эшегеҙҙең барышы туҡтағандай тойолор. Ғөмүмән, бында һеҙҙең ғәйебегеҙ бөтөнләй юҡ кеүек. Артыҡ бошонмағыҙ, бер аҙ ғына көтөргә тура килер. Йомала етди һәм өмөтлө һөйләшеүгә әҙерләнегеҙ.һыуғояр (21.01 – 19.02)Аҙна барышында ниндәйҙер өр-яңы эш менән шөғөлләнерһегеҙ кеүек. Борсолоуҙар юҡҡа булыр, барыһын да йырып сығырһығыҙ. Эшегеҙҙең йомғаҡтары менән үҙегеҙ ҙә, башҡалар ҙа ҡәнәғәт ҡалыр.Балыҡ (20.02 – 20.03)Был арала күптәр йәмәғәт эштәре менән булышыр. Теләмәгәндәрҙе лә барыбер йәлеп итерҙәр. Шулай ҙа был йүнәлештә мотлаҡ уңырһығыҙ. Кеше араһында абруйығыҙ ҙа артыр.Ҡуҙы (21.03 – 20.04)Элекке дуҫ-иштәрегеҙ үҙҙәре хаҡында һәр саҡ белдереп торор. Ғөмүмән, улар менән аралашыу файҙалы булмаҡсы. Аҙна тыныс үтер. Кире ваҡиғалар бөтөнләй көтөлмәй.Буға (21.04 – 21.05)Яҡын киләсәккә ҡайһы бер маҡсаттарығыҙ тулыһынса асыҡланыр һымаҡ. Алған йүнәлешегеҙҙән тайпылмаһағыҙ, барыһы ла һәйбәт тамамланыр. Әгәр инде быны үтәмәһәгеҙ, үҙегеҙҙе генә ғәйепләгеҙ.Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)Төрлө эш менән артыҡ мауығып, ял тураһында онота күрмәгеҙ. Нисек кенә тырышһағыҙ ҙа, барыбер рәхмәт һүҙен ишетмәҫһегеҙ. Шаршамбылағы уйламаған сығымдар кеҫәгеҙҙе арыу ғына бушатыр.Ҡыҫала (22.06 – 23.07)Аҙна һәйбәт башланып китер. Үҙегеҙҙе һәр саҡ ышаныслы тойорһоғоҙ. Тик шишәмбелә һеҙҙең тирәләге ваҡиғаларҙың уйламаған йүнәлеш алыуы ихтимал. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – кесе йома һәм шәмбе.Арыҫлан (24.07 – 23.08)Осор барышында элегерәк башҡарған ниндәйҙер эшегеҙҙе ыңғай баһаларҙар. Маҡтау һүҙҙәре лә ишетерһегеҙ. Яҡын арала яңы, юғарыраҡ вазифа тәҡдим итеүҙәре бар. Бер ҙә икеләнмәгеҙ, һеҙ быға лайыҡлы.Ҡыҙ (24.08 – 23.09)Аҙна башындараҡ кемдер һеҙгә бик күптәнге бурысын ҡайтарыр. Уны тыныс, бер ҙә аптырамай ҡабул итегеҙ. Ошо арала ниндәйҙер эшегеҙҙе ваҡытлыса туҡтатып торорһоғоҙ. Кесе йомала ниндәйҙер бүләк бирерҙәр.Үлсәү (24.09 – 23.10)Төп эшегеҙҙә уяу булығыҙ. Дошмандарығыҙҙың йәнләнеп китеүе ихтимал. Уларға ҡаршы тороу, үҙ ҡарашығыҙҙы яҡлау күп көс-хәлегеҙҙе алыр. Шаршамбынан һуң ваҡиғалар ағышы бер аҙ яйланыр.Саян (24.10 – 22.11)Элекке ваҡиғалар шауҡымы һаман да һиҙелеп торор. Уларҙы онотоп, бөгөнгө көн менән йәшәргә кәрәктер. Шишәмбе-шаршамбыла ваҡ мәшәҡәттәр менән булышырһығыҙ. Шәмбелә насар уйҙарға бирелмәҫкә тырышығыҙ.Уҡсы (23.11 – 21.12)Тормошоғоҙҙа ниндәйҙер ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар. Ҡайһы бер мәсьәләләргә ҡарата ҡарашығыҙҙы үҙгәртерһегеҙ. Әүҙемлегегеҙ ҙә көсәйер, бер ҙә уйламаған нәмәләргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуығыҙ ҙа артыр. Яңы мөмкинлектәр ҙә асылыр.


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала күпселек эшегеҙҙең барышы туҡтағандай тойолор. Ғөмүмән, бында һеҙҙең ғәйебегеҙ бөтөнләй юҡ кеүек. Артыҡ бошонмағыҙ, бер аҙ ғына көтөргә тура килер. Йомала етди һәм өмөтлө һөйләшеүгә әҙерләнегеҙ.


һыуғояр (21.01 – 19.02)

Аҙна барышында ниндәйҙер өр-яңы эш менән шөғөлләнерһегеҙ кеүек. Борсолоуҙар юҡҡа булыр, барыһын да йырып сығырһығыҙ. Эшегеҙҙең йомғаҡтары менән үҙегеҙ ҙә, башҡалар ҙа ҡәнәғәт ҡалыр.


Балыҡ (20.02 – 20.03)

Был арала күптәр йәмәғәт эштәре менән булышыр. Теләмәгәндәрҙе лә барыбер йәлеп итерҙәр. Шулай ҙа был йүнәлештә мотлаҡ уңырһығыҙ. Кеше араһында абруйығыҙ ҙа артыр.


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Элекке дуҫ-иштәрегеҙ үҙҙәре хаҡында һәр саҡ белдереп торор. Ғөмүмән, улар менән аралашыу файҙалы булмаҡсы. Аҙна тыныс үтер. Кире ваҡиғалар бөтөнләй көтөлмәй.


Буға (21.04 – 21.05)

Яҡын киләсәккә ҡайһы бер маҡсаттарығыҙ тулыһынса асыҡланыр һымаҡ. Алған йүнәлешегеҙҙән тайпылмаһағыҙ, барыһы ла һәйбәт тамамланыр. Әгәр инде быны үтәмәһәгеҙ, үҙегеҙҙе генә ғәйепләгеҙ.


Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Төрлө эш менән артыҡ мауығып, ял тураһында онота күрмәгеҙ. Нисек кенә тырышһағыҙ ҙа, барыбер рәхмәт һүҙен ишетмәҫһегеҙ. Шаршамбылағы уйламаған сығымдар кеҫәгеҙҙе арыу ғына бушатыр.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Аҙна һәйбәт башланып китер. Үҙегеҙҙе һәр саҡ ышаныслы тойорһоғоҙ. Тик шишәмбелә һеҙҙең тирәләге ваҡиғаларҙың уйламаған йүнәлеш алыуы ихтимал. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – кесе йома һәм шәмбе.


Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Осор барышында элегерәк башҡарған ниндәйҙер эшегеҙҙе ыңғай баһаларҙар. Маҡтау һүҙҙәре лә ишетерһегеҙ. Яҡын арала яңы, юғарыраҡ вазифа тәҡдим итеүҙәре бар. Бер ҙә икеләнмәгеҙ, һеҙ быға лайыҡлы.


Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Аҙна башындараҡ кемдер һеҙгә бик күптәнге бурысын ҡайтарыр. Уны тыныс, бер ҙә аптырамай ҡабул итегеҙ. Ошо арала ниндәйҙер эшегеҙҙе ваҡытлыса туҡтатып торорһоғоҙ. Кесе йомала ниндәйҙер бүләк бирерҙәр.


Үлсәү (24.09 – 23.10)

Төп эшегеҙҙә уяу булығыҙ. Дошмандарығыҙҙың йәнләнеп китеүе ихтимал. Уларға ҡаршы тороу, үҙ ҡарашығыҙҙы яҡлау күп көс-хәлегеҙҙе алыр. Шаршамбынан һуң ваҡиғалар ағышы бер аҙ яйланыр.


Саян (24.10 – 22.11)

Элекке ваҡиғалар шауҡымы һаман да һиҙелеп торор. Уларҙы онотоп, бөгөнгө көн менән йәшәргә кәрәктер. Шишәмбе-шаршамбыла ваҡ мәшәҡәттәр менән булышырһығыҙ. Шәмбелә насар уйҙарға бирелмәҫкә тырышығыҙ.


Уҡсы (23.11 – 21.12)

Тормошоғоҙҙа ниндәйҙер ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар. Ҡайһы бер мәсьәләләргә ҡарата ҡарашығыҙҙы үҙгәртерһегеҙ. Әүҙемлегегеҙ ҙә көсәйер, бер ҙә уйламаған нәмәләргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуығыҙ ҙа артыр. Яңы мөмкинлектәр ҙә асылыр.
"Йәшлек" гәзитенән.

Читайте нас: