+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар 2019, 10:43

ҡотлауҙар

Юлдаш ауылынан ҡәҙерле кешебеҙ Атйетәров Кәбир Хисмәт улын күркәм байрамы- 65 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.Яңы Яуыш ауылында йәшәүсе ҡәҙерлеләрҙән- ҡәҙерле әсәйебеҙ Рафиҡова Менәүәрә Зөлфәҡәр ҡыҙының тыуған көнө, уға 90 йәш.

Юлдаш ауылынан ҡәҙерле кешебеҙ Атйетәров Кәбир Хисмәт улын күркәм байрамы- 65 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ошо уңайҙан уға донъяла булған барлыҡ изге теләктәрҙе генә юллайбыҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әтей!

Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,

Һинең менән яҡты көнөбөҙ,

Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,

Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,

Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.

Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,

Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.

Иң изге теләктәр менән- тормош иптәшең, улың, ҡыҙҙарың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.


Яңы Яуыш ауылында йәшәүсе ҡәҙерлеләрҙән- ҡәҙерле әсәйебеҙ Рафиҡова Менәүәрә Зөлфәҡәр ҡыҙының тыуған көнө, уға 90 йәш.

Юбилейың менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Хоҙай һиңә ныҡлы сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр бирһен. Уй-теләктәрең ҡабул, тыуыр таңдарың тыныс, ғүмерең бәхетле булһын.

Ҡалған ғүмерегеҙҙе әтейебеҙ менән бергәләшеп, тигеҙлектә, бер-берегеҙгә терәк булып, иҫәнлектә, һаулыҡта, ҡыуаныста, шатлыҡта, барлыҡта һәм байлыҡта, балалар ҡыуанысына күмелеп йәшәргә булһын.

Һиңә булған ихтирам, рәхмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ- ҡыуаныстар, сәләмәтлек

Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.

Ҡотлау менән- улдарың, килендәрең, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең һәм уларҙың балалары.
Читайте нас: