+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар 2019, 10:40

Советтар Союзы Геройы Ғәтиәт Абдулла улы Ишҡолов

Ғәтиәт Абдулла улы Ишҡолов 1916 йылдың 15 июлендәЯңы Яуыш ауылында тыуған. 4 класс тамамлай, артабан — автомеханиктар мәктәбендә уҡый.1935—1937 йылдарҙа ауылда башта тракторсы, һуңғараҡ Пугачев МТС-да механик булып эшләй. 1941 йылдан — ВКП(б)-ның ағзаһы.1937 йылда Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1939—1940 йылдарҙа Советтар Союзының Финляндия менән һуғышында ҡатнаша. Һуғыштан һуң тыуған яғына ҡайтып, 1940—1942 йылдарҙа Федоровка районында Пугачев машина-тракторҙар станцияһында уҡытыусы булып эшләй. 1942 йылдың февраленән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1666-сы үҙйөрөшлө артиллерия полкының үҙйөрөшлө артиллерия установкаһы командиры (4-се Украина фронтының 18-се армияһы). И В. Сталин исемендәге Харьков броня-танк училищеһын тамамлай (Ташкент, 1944).БатырлығыИшҡолов Ғәтиәт 1944 йылдың 9-10 декабрендә үҙенең установкаһында беренсе булып Челёвцы (Чехословакия) торлаҡ пунктына бәреп инә һәм көслө, тотҡарлыҡ итеүсе артиллерия уты аҫтында өс тапҡыр дошманға һөжүм итә, танкыға ҡаршы орудиены, миномёт батареяһын, һигеҙ пулемёт нөктәләрен, ҡырҡҡа яҡын һалдатты юҡ итә.Ошо алышта батыр офицер һәләк була.Өлкән лейтенант Ишҡолов 1944 йылдың 10 декабрендә Чехословакияла Челёвце торлаҡ пунктын киңәйтеүҙә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Чехословакияла Плехотице ауылы (Требишов ҡалаһы янында) ерләнғән.«Советтар Союзы Геройы» исеме 1945 йылдың 24 мартында бирелә. «Алтын Йондоҙ» миҙалы һәм Ленин ордены менән бүләкләнгән.(Федоровка биләмә-ара үҙәк китапханаһы сайтынан).

Ғәтиәт Абдулла улы Ишҡолов 1916 йылдың 15 июлендәЯңы Яуыш ауылында тыуған. 4 класс тамамлай, артабан — автомеханиктар мәктәбендә уҡый.

1935—1937 йылдарҙа ауылда башта тракторсы, һуңғараҡ Пугачев МТС-да механик булып эшләй. 1941 йылдан — ВКП(б)-ның ағзаһы.

1937 йылда Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1939—1940 йылдарҙа Советтар Союзының Финляндия менән һуғышында ҡатнаша. Һуғыштан һуң тыуған яғына ҡайтып, 1940—1942 йылдарҙа Федоровка районында Пугачев машина-тракторҙар станцияһында уҡытыусы булып эшләй. 1942 йылдың февраленән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1666-сы үҙйөрөшлө артиллерия полкының үҙйөрөшлө артиллерия установкаһы командиры (4-се Украина фронтының 18-се армияһы). И В. Сталин исемендәге Харьков броня-танк училищеһын тамамлай (Ташкент, 1944).

Батырлығы

Ишҡолов Ғәтиәт 1944 йылдың 9-10 декабрендә үҙенең установкаһында беренсе булып Челёвцы (Чехословакия) торлаҡ пунктына бәреп инә һәм көслө, тотҡарлыҡ итеүсе артиллерия уты аҫтында өс тапҡыр дошманға һөжүм итә, танкыға ҡаршы орудиены, миномёт батареяһын, һигеҙ пулемёт нөктәләрен, ҡырҡҡа яҡын һалдатты юҡ итә.Ошо алышта батыр офицер һәләк була.

Өлкән лейтенант Ишҡолов 1944 йылдың 10 декабрендә Чехословакияла Челёвце торлаҡ пунктын киңәйтеүҙә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Чехословакияла Плехотице ауылы (Требишов ҡалаһы янында) ерләнғән.

«Советтар Союзы Геройы» исеме 1945 йылдың 24 мартында бирелә.

«Алтын Йондоҙ» миҙалы һәм Ленин ордены менән бүләкләнгән.


(Федоровка биләмә-ара үҙәк китапханаһы

сайтынан).
Читайте нас: