Күмертау ҡалаһы, Мәләүез, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка райондары буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген һаҡлау өлкәһендә күҙәтселек буйынса Федераль хеҙмәт идараһының территориаль бүлеге начальнигы Т.Г. Пахомова һүҙҙәренә ҡарағанда, үткән аҙнала (2019 йылдың 4-10 февралендә) киҫкен респиратор ауырыуҙар һәм гриптың 46 осрағы теркәлгән. Ауырыу күрһәткесе 10 мең халыҡ иҫәбенә 27,3% тәшкил итә, был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 11,7 процентҡа артығыраҡ.Эпидемик хәлде күҙ уңында тотоу өсөн грипп һәм ОРВИ менән ауырыуҙы көн һайын мониторингылау индерелгән.