+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Май 2019, 12:06

Күп балалы ғаиләләр өсөн транспорт һалымы буйынса льгота

“Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә күп балалы тип иҫәпләнгән ғаиләлә бер ата-әсә (йәки уллыҡҡа алыусы) йәиһә опекун (попечитель) транспорт һалымынан азат ителергә мөмкин.

“Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә күп балалы тип иҫәпләнгән ғаиләлә бер ата-әсә (йәки уллыҡҡа алыусы) йәиһә опекун (попечитель) транспорт һалымынан азат ителергә мөмкин. Бының өсөн һалым хеҙмәтенә тейешле ғаризаны тапшырырға кәрәк. Льготалар двигателенең ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклем булған еңел автомобилдәр, шулай уҡ двигателенең ҡеүәте 125 ат көсөнә тиклем булған автобустар өсөн – һайлап алыу буйынса һәр типтағы транспорт сараһының береһе өсөн генә ҡаралған. Бындай һалым льготаһының ғәмәлдә булыу ваҡыты – 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 31 декабренә тиклем.
Читайте нас: